Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОМРАНДАР

Просмотров: 874

ЙОМРАНДАР (Spermophilus), тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. 35—38 төрө билдәле. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда бәләкәй Й. һәм ерән Й. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 23 см алып (бәләкәй Й.) 34 см  тиклем (ерән Й.), ауырлығы 85—950 г. Кәүҙәһе тығыҙ. Йөнө ҡыҫҡа, төҫө аҡһыл һарынан һорғолт ҡуңырға тиклем, арҡаһында ваҡ таптар йәки тимгелдәр бар. Башы бәләкәй, ҡолаҡтары ҡыҫҡа. Аяҡтары ҡыҫҡа, алғыларында ҡаҙыу өсөн тәғәйенләнгән тырнаҡтар бар. Ҡойроғо оҙон йөн м‑н ҡапланған, осонда ҡара төҫтәге ҡаймаһы бар (ерән Й. оҙонлоғо 11 см тиклем, бәләкәй Й. — 5 см тиклем). Полигам. Енси яҡтан 1 йылда өлгөрә. Йылына 1 тапҡыр 2—15 бала тыуҙыра. 6 (ҡайһы берҙә 11‑гә тиклем) йыл йәшәй. Көндөҙ әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала. Үҫемлектәрҙең орлоғо, һирәгерәк йәшел өлөшө м‑н туҡлана. Болонда, юл ситендә, далала, баҫыуҙа, йырын янында төркөмдәр м‑н йәшәй, ябай өңдәр ҡаҙа. Бәләкәй Й. республиканың көньяҡ-көнбайышында, ерән Й. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының урман-дала райондарында осрай. Й. майы халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Иген культуралары ҡоротҡосо, туляремия, чума һ.б. ауырыуҙарҙы таратыусы.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023