Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 938

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Өҫән‑Ивановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1083 кеше; 1920 — 3374; 1939 — 2923; 1959 — 1518; 1989 — 916; 2002 — 926; 2010 — 882 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, шәфҡәт туташы хеҙмәте бүлеге, мәҙәниәт йорто (“Рябинушка” урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, сиркәү, Цветаева М. музейы бар; Цветаеваның тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй. Ауылға 18 б. уртаһында Өҫән‑Ивановка заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1795 й. 671 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 276 йортта — 1813 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. Раскольниктар ғибәҙәтханаһы (1842 й. төҙөлгән), 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. старообрядсылар часовняһы, земство мәктәбе, 3 һыу тирмәне, 9 бакалея ки‑ бете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. Ауыл эргәһендә Өҫән‑Ивановка заказнигы урынлашҡан.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019