Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ИТТИФАҒЫ

Просмотров: 911

БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ИТТИФАҒЫ, башҡ. йәштәре респ. ижт. тормошонда үҙ урынын тапһын өсөн, уларҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау маҡсатында ойошторолған БР‑ҙың йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. төҙөлә. Халыҡ‑ара төрки йәштәре ойошмаһы (1991 й. алып), Евразия йәштәре союзы (2005 й. алып), Респ. йәштәр хәрәкәте (2007 й. алып) ағзаһы. БР‑ҙа район бүлексәләре бар; Ырымбур өлкәһе (2002 й. алып), Ҡурған өлкәһе (2004 й. алып), Силәбе өлкәһе (2006 й. алып), Һамар өлкәһе (2007 й. алып) башҡ. йәштәре союздарын, Һарытау өлкәһе башҡ. йәштәре ойошмаһын (2005 й. алып) берләштерә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: башҡорттарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеү һәм һаҡлау, традициялары үҫешен пропагандалау, йәштәрҙең буш ваҡытын һәм ижади эшмәкәрлеген ойоштороу. Эшмәкәрлегенең төп формалары: Башҡ. йәштәре көндәре (1991 й. алып), “Серле йондоҙҙар” (1999 й. алып), “Һылыуҡай” (1992 й. алып) конкурстарын, “Урал моңо” Халыҡ‑ара төрки йәштәре муз. ижады конкурс‑фестивален (1992 й. алып),  “Йәшлек‑шоу” респ. йәштәре башҡ. эстрадаһы фестивален (1994 й. алып), “Шаяниум” башҡ. телендә шаяндар һәм отҡорҙар конкурсын (2001 й. алып) үткәреүҙә, Халыҡ-ара төрки йәштәре көндәрендә, Халыҡ‑ара Азия-Тымыҡ океан төбәге илдәре студенттары һәм йәштәре фестивалендә ҡатнашыу; “Буҙҡорт” спорт‑патриотик лагерын (1996 й. алып) ойоштороу.

Ф.Ә.Маликов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019