Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР СОЮЗЫ

Просмотров: 1016

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР СОЮЗЫ, республиканың ижт.-сәйәси, иҡт., соц. һәм мәҙәни тормошонда ҡатын-ҡыҙҙың ролен күтәреү, уның хеҙмәт һәм ижади ҡеүәтен арттырыу, ғаиләне нығытыу һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында ойошторолған ижт. хәрәкәт. Өфөлә урынлашҡан.

1987 й. алып Башҡ‑н респ. ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы булараҡ эшләй, 1991 й. — “Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар союзы” йәмәғәт ойошмаһы, 1994 й. — хәҙ. исемен йөрөтә, 2000 й. — БР Ҡ.‑ҡ.с. Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзының төбәк бүлексәһе (1991 й. алып). Ҡ.‑ҡ.с. составында 70 ҡала һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы, 2150‑нән ашыу ауыл биләмәләре, пр‑тиелар һәм учреждениелар ҡатын-ҡыҙҙар советтары, “Берегиня”, “Бирешмә”, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, “Сәхипъямал” йәмәғәт берекмәләре һ.б. бар. Төп эш формалары: конференциялар, йыйылыштар, форумдар, конкурстар, смотрҙар, ҡатын- ҡыҙҙар советтарына консультация- методик ярҙам күрһәтеү, хәйриә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һ.б. Союз “Тотороҡло үҫеш, тиң хоҡуҡтар һәм тиң мөмкинлектәр өсөн”, “Ғаилә мәнфәғәтендә”, “Ҡатын-ҡыҙ, рухиәт, мәҙәниәт” һ.б. программаларҙы тормошҡа ашыра.

Ойошма м‑н Р.М.Ғайсина, Ф.Ғ.Хисамитдинова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Шулай уҡ ҡара: Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте.

Г.А.Шенбергер

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019