Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН УДМУРТТАРЫНЫҢ РЕСПУБЛИКА МИЛЛИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘГЕ

Просмотров: 922

БАШҠОРТОСТАН УДМУРТТАРЫНЫҢ РЕСПУБЛИКА МИЛЛИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘГЕ, Башҡортостан Республикаһы удмурттарының милли мәҙәниәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау, респ. халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында төҙөлгән йәмәғәт ойошмаһы. БР‑ҙың Тәтешле р-ны Яңы Тәтешле а. урынлашҡан. 1996 й. ойошторола. БР Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы. Идаралыҡтың юғары органы булып 5 йылға 1 тапҡыр саҡырылған конф. тора; конф. араһында Үҙәк эшмәкәрлеге м‑н Совет етәкс. итә. Балтас, Борай, Илеш, Йәрмәкәй, Кушнаренко, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл р‑ндары һәм Нефтекама ҡ. удмурттарының ижт.- мәҙәни үҙәктәрен берләштерә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: фестивалдәр, күргәҙмәләр һ.б. ойоштороу, хәйриә, милли-мәҙәни берләшмәләр м‑н хеҙмәттәшлек һ.б. Үҙәк удмурт мәҙәниәтен өйрәнеү б‑са этнография экспедициялары ойоштороуҙа һәм уларҙың эшендә ярҙам итә, удмурт фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре м‑н осрашыуҙар, йыл һайын Удмурт мәҙәниәте көндәре, “Вой”, “Элен вось”, “Мор вось” милли байрамдары, удмурт халыҡ йырҙарын йәш башҡарыусыларҙың “Жужась кизилиос” төбәк- ара конкурсын, удмурт фольклор коллективтарының “Аҫыл бөртөктәр” (“Драгоценные россыпи”) респ. фестивален (икеһе лә — 2 йылға 1 тапҡыр) үткәрә. Ойошма ҡатнашлығында удмурт телендә “Ошмес” гәз. сыға (1999 й. алып). Үҙәк башланғысы м‑н һәләтле балалар өсөн “Усточикар” (2003) төбәк-ара лагерь ойошторола. 8 халыҡ фольклор коллективы, 2 өлгөлө халыҡ инструменттары балалар оркестры эшләй. Нефтекама педагогия колледжы, Ижевск мәҙәниәт колледжы, Ижевск мед. акад., Удмурт ун‑ты, “Удмурт кенеш” Бөтә донъя ассоциацияһы, Кама аръяғы удмурттары милли үҙәге (барыһы ла — Ижевск ҡ.), “Эгес” удмурт милли-мәҙәни ойошмаһы (Екатеринбург ҡ.) һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Р.Б.Ғәләмшин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019