Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ КРАЙЫНЫҢ САУҘА ҺӘМ СӘНӘҒӘТ СОЮЗЫ

Просмотров: 821

ӨФӨ КРАЙЫНЫҢ САУҘА ҺӘМ СӘНӘҒӘТ СОЮЗЫ, Өфө губернаһындағы сауҙагәрҙәрҙең, ваҡ-төйәк м‑н һатыу итеүселәрҙең, бәләкәй һәм урта сәнәғәт пр‑тиелары хужаларының хоҡуҡтарын яҡлау өсөн ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. 1917 й. мартында Өфөлә ойошторола. Халыҡ азатлығы партияһы программаһын яҡлай, сауҙа азатлығы, ирекле хаҡтар һәм һалымдарҙы кәметеү өсөн сығыш яһай. Өфө губерна революцион комитетына 1 млн һум күләмендә контрибуция түләүҙән баш тартҡан өсөн союз етәкселәре ҡулға алына, Ҡыҙыл Армия Өфөнән сигенгән саҡта уларҙың бер өлөшө аманат итеп алына. 7 сент. Өфөлә Волга буйы, Себер һәм Урал сауҙа-сәнәғәт советтары вәкилдәре Бөтә Рәсәй сауҙа-сәнәғәт съезын саҡыра һәм А.А. Гаврилов етәкс. даими эшләүсе Съезд Советы ойошторола. Нояб. Союз А.В.Колчак хөкүмәтен яҡлап сыға һәм Рус армияһына матди ярҙам күрһәтә. 1919 й. июнендә эшмәкәрлеген туҡтата. Рәйестәре А.Н.Полидоров (1917), Н.В.Коншин (1917 й. алып), Гаврилов (1918 й. алып).

А.Д.Казанчиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: