Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВТАР

Просмотров: 1324

СОЛТАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы Мәстей а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ғәбделйәлил С. (1750—?), поручик (1791). 1771—73 йй. Польша походында ҡатнашыусы. Йорт старшинаһы, 1798 й. алып 11‑се башҡ. кантоны башлығы. Уның улдарынан иң билдәлеләре: Баязит С. (1774— 1823), майор (1817). Йорт старшинаһы, 11‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, башлығы. Минзәлә өйәҙендә 5 тирмән, 3 поташ заводы хужаһы булған. Алтын миҙал м‑н бүләкләнгән; Ғәбделнасир С. (1779— ?), йорт старшинаһы; Әбдрәхим С. (1781—?), йорт старшинаһы; Әбделвәхит С. (1782—?), йорт старшинаһы ярҙамсыһы; Ғәбделхалиҡ С. (1783—?), поход сотнигы; Мөхәмәтрәхим С. (1784—1841), ғәскәр старшинаһы (1839). 1811 й. 11‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1824 й. алып башлығы. Бәләбәй өйәҙендә 150 дисәтинә ер, 4 поташ заводы, Мәстейҙә 12 батша һарайы кешеһе (ҡара: Алпауыт крәҫтиәндәре), Минзәлә өйәҙендә 2 тирмән хужаһы булған. 4‑се дәрәжә Изге Станислав орд. (1837), “Тырыш хеҙмәте өсөн” алтын миҙалы (1827) м‑н бүләкләнгән; Ғәбделсаттар С. (1793—1852), поход яҫауылы; Ғәбделғафар С. (1794—?), поход сотнигы. Баязит С. улдарынан иң билдәлеләре: Шаһиәхмәт С. (1808— 1852), зауряд‑хорунжий. 1846 й. башлап 11‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы. Минзәлә өйәҙендә тирмән хужаһы булған; Мөхәмәтшәриф С. (1810—1874), сотник. 1847 й. — 11‑се, 1861 й. 18‑се башҡ. кантондары башлығы; Шаһиморат С. (1816—?), яҫауыл. 1847 й. алып йорт идарасыһы, 1852 й. — 12‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1856 й. — 19‑сы башҡ. кантоны башлығы. Минзәлә өйәҙендә тирмән хужаһы булған. “1853—1856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән. Әбдрәхим С. улдарынан иң билдәлеһе — Мөхәмәтсадиҡ С., майор. 1861 й. 23‑сө башҡ. кантоны башлығы, һуңыраҡ Шадринск өйәҙенең 6‑сы участкаһы мировой судьяһы. Мөхәмәтрәхим С. улдары: Шәйхелислам С. (1817—?), сотник. 1842—47 йй. 11‑се башҡ. кантоны идарасыһы, башлығы. Мәстейҙә 12 батша һарайы кешеһе, 650 дисәтинә ер һәм Өфө өйәҙендә 60 һатып алынған крәҫтиән хужаһы булған; Шаһимәрҙән С., хорунжий. 11‑се башҡ. кантонында хеҙмәт иткән. Ағай‑энеләре м‑н берлектә Минзәлә өйәҙендә — 1000 дисәтинә ер, 12 батша һарайы кешеһе, Бәләбәй өйәҙендә 150 дисәтинә ер һәм поташ заводы хужаһы булған. Мөхәмәтшәриф С. улдарынан иң билдәлеләре: Арыҫлангәрәй С. (1833—?), сотник (1856). Неплюев кадет корпусын тамамлаған. 1851—53 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1856 й. башлап 20‑се башҡ. кантоны башлығы; Мөхәмәтйәр С. (ҡара: М.М.Солтанов). Мөхәмәтйәр С. улдарынан иң билдәлеләре: Арыҫланғәли С. (1862—1908), штабс‑ротмистр. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. Өфө ҡала думаһы гласныйы, Өфө округ судының присяжный вәкиле. 1905 й. алып Стәрлетамаҡ өйәҙе дворяндары башлығы. Хәйриә м‑н шөғөлләнгән, Өфө фәҡир мосолмандар попечителлеге ком‑тын ойоштороусыларҙың береһе. Почётлы мировой судья; Искәндәрбәк С. (ҡара: И.М.Солтанов). С. нәҫеленә ш. уҡ М.И.Солтанов ҡарай. С. нәҫеле 18 б. аҙ. — 19 б. башында Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019