Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРОИЦК АЛЫШ-БИРЕШ ЙОРТО

Просмотров: 1204

ТРОИЦК АЛЫШ-БИРЕШ ЙОРТО, Рәсәйҙең Ҡаҙағстан һәм Урта Азия дәүләттәре м‑н сауҙа бәйләнештәрен үҫтереү маҡсатында төҙөлгән баҙар. 1745 й. Уй й. уң ярында Троицк ҡәлғәһе ҡаршыһында асыла. Ул “урыҫ” (Рәсәй сауҙагәрҙәре өсөн), “ҡырғыҙ” (ҡаҙаҡ) һәм “Бохара” (Урта Азия) “ихаталарына” бүленгән ағас ҡаралтылар комплексынан торған. Т.а.- б.й. Урал аръяғы башҡорттары һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтары малын (күберәк йылҡы) башҡа тауарға алмаштырған. 1750 й. алып императрица Елизавета Петровнаның указы б‑са Т.а.‑б.й. йыл һайын йәрминкә (1 июлдән 1 окт. тиклем) үткәрелгән. Мал, тире, туҡыма, иген һ.б. м‑н сауҙа иткәндәр. Т.а.‑б.й. аша Бохара, Коканд, Хиуа һ.б. Азия илдәренән килтерелгән тауарҙар ҙур Рәсәй йәрминкәләренә (Эрбет, Макарьевка, Түб. Новгород һ.б. урындарҙа үткәрелгән) ебәрелгән. 19 б. башында тауарҙарҙы һаҡлау өсөн 275 кибет һәм 22 келәт иҫәпләнгән. Ырымбур хәрби губернаторы ҡарамағында булған, йорттоң эшмәкәрлеген Троицк таможня комиссияһы идарасыһы һәм ҡәлғә коменданты күҙәткән. 1822 й. иҫкеһе урынына таштан 500 кибетле яңы йорт төҙөлгән. Ҡунаҡ йорто һалыныу м‑н (1866), сауҙа яйлап Троицк ҡ. күскән. 1868 й. Ырымбур һәм Себер таможня һыҙыҡтары бөтөрөлгәндән һуң, Т.а.‑б.й. Рәсәй—Азия сауҙа үҙәктәренең береһе булараҡ үҙенең әһәмиәтен юғалта һәм ҡала ҡарамағына тапшырыла.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: