Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨҪӘН-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ

Просмотров: 918

ӨҪӘН-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ, 1750 йй. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы һәм Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Өҫән й. буйында И.Г.Осокин (ҡара: Осокиндар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1837 й. алып Д.Е.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар). Троицк тау округына ҡараған. 1761 й. эшләй башлай. 4 иретеү мейесе, 1797 й. 8 иретеү мейесе, сүкеше була. 18 б. аҙ. заводтың 449 руднигынан 5‑һе эшләй. 1859 й. 73,9 мең дисәтинә ере була. 1859 й. Ө.‑И.з. һәм Үрге Троицк заводында 2088 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә заводта яҡынса 201 мең бот баҡыр иретелә, уртаса етештереүсәнлек йылына 1,9 мең бот тәшкил итә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) йылдарында завод эшләмәй. 1864 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Бәләбәй р‑нының Өҫән-Ивановка а. урынлашҡан.

Әҙәб.: П а в л е н к о Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019