Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОРТ-ҠАРАЛТЫ

Просмотров: 993

ЙОРТ-ҠАРАЛТЫ, айырым бер хужалыҡты хасил иткән торлаҡ, хужалыҡ ҡаралтылары һәм өй янындағы биләмәләр (емеш, йәшелсә баҡсаһы һ.б.) комплексы (күбеһенсә ауыл ерендә). Башҡорттарҙың Й.‑ҡ. барлыҡҡа килеүе ауылдар үҫешенән башлана. 19 б. 40‑сы йй. тиклем башҡ. торамаларында торлаҡтар һәм хужалыҡ ҡаралтылары күбеһенсә бер тирәлә урынлашҡан, уларға ҙур асыҡ ихаталар, артҡы ихаталар, ҡайһы саҡта улар йәнәшәһендә йәш мал өсөн ялан кәртәләр йәки баҡсалар булыуы хас. 1843 й. Ырымбур хәрби губернаторы ауылдарҙы үҙгәртеп ҡороу планын раҫлай, уға ярашлы өйҙәр урамдарҙа бер-береһенә ҡапма-ҡаршы, 21—32 м, ихаталар — 25 м алыҫлыҡта урынлашырға, мунсалар йылға, күл ярҙарында, йырын буйҙарында төҙөлөргә тейеш була. 19 б. 2‑се ярт. алып Й.‑ҡ. бер өлөшөн йәшелсә баҡсаһы өсөн бүлә башлайҙар, ә өй алдына йыш ҡына умарталар ҡуялар. Торлаҡтарҙың һәм өй алды ҡаралтыларының ҙурлығы, урынлашыуы  төбәккә һәм ғаиләнең етешлек кимәленә ҡарап төрлөсә була. 19 б. аҙ. — 20 б. 1‑се ярт. ҡулланылған Й.‑ҡ. планлаштырыуҙың 10 вариантын айырып йөрөтәләр, шуларҙың 2 төрө айырыуса киң таралған. Беренсе төргә ярашлы, мал тотор өсөн тәғәйенләнгән биналар алыҫ мөйөштә, өй м‑н бер һыҙыҡта урынлашҡан (һүрәтте ҡара: 5‑се, 6‑сы, 7‑се варианттар), икенсе төргә ярашлы — өйҙән диагональ б‑са (1‑се, 2‑се, 3‑сө, 4‑се варианттар). Ҡатмарлыраҡ варианттар комбинацияларҙың күплеге м‑н айырылып тора: ихатаны кәртә м‑н торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары өсөн бер нисә функциональ өлөшкә бүлеү (10‑сы вариант); бер комплекс тәшкил иткән, йыш ҡына түбәһе ябыулы, таш йәки таҡта түшәлгән ябыҡ ихата (9); урамға ҡарата рәт-рәт булып урынлашҡан ҡаралтылар өҫтөнлөк иткән ирекле планлаштырыу (8). Бергә йәшәгән ғаиләләрҙә Й.‑ҡ. алғы мөйөштәрендә 2 өй торған, ә өсөнсөһө ихатаның уртаһында була алған. Ҡағиҙә булараҡ, башҡотрларҙа торлаҡ башҡа ҡаралтыларҙан айырым торған (көньяҡ дала райондарын иҫәпкә алмағанда, уларға ҡаралтыларҙы бер рәткә ҡушып төҙөү хас), хужалыҡ ҡаралтылары өй м‑н бер рәттә урынлашмаған һәм уларға өйҙән тура инеү юлы булмаған. Күп планлы, функциональ сикләнгән Й.‑ҡ. халҡы йәйләүҙәргә (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) сыҡмаған торамаларҙа төҙөлгән. Ихатала ҡаралтыларҙың аҙ булыуы, уларҙың төрлөсә урынлашыуы Башҡортостандың оҙаҡ ваҡыт ярым ултыраҡ тормош рәүеше һаҡланған көньяҡ һәм көнсығыш райондарына хас булған. 20 б. башына тиклем башҡ. Й.‑ҡ. ярым күсмә тормошҡа хас ҡоролмалар өҫтөнлөк иткән: аласыҡ (ҡайһы бер варианттарҙа өйгә ҡаршы, ҡапҡа тышында), ҡаҙан аҫылған асыҡ усаҡ, икмәк мейестәре, ер өйҙәр, ҡыуыштар, асыҡ һәм ябыҡ ҡуралар, ситән кәртәләр. Й.‑ҡ. төҙөгәндә ағас материалдар, улар булмаһа — талсыбыҡ, ҡамыш, һалам, ҡатламлы таш, балсыҡ һ.б. ҡулланылған. Һуңыраҡ Й.‑ҡ. дөйөм ойошторолошо ҡатмарлана: ялан кәртәләр урынына ҙур булмаған ихаталар ҡала, ҡаралтыларҙың һаны арта һ.б.

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: