Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТАР ӘҘӘБИӘТЕ

Просмотров: 1486

ТАТАР ӘҘӘБИӘТЕ башҡорт әҙәбиәте м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Быға Башҡортостан м‑н Татарстандың терр. яҡынлығы ғына түгел, ә башҡ. һәм татар халыҡтарының уртаҡ тарихи яҙмышы, башҡорт теле м‑н татар теленең оҡшашлығы булышлыҡ итә. Хәҙ. башҡ. һәм татар телдәре формалашҡанға тиклем башҡорттар һәм татарҙар өсөн Урал‑Волга буйы төрки теле яҙма китап теле булып хеҙмәт итә, шуға күрә Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса‑и Йософ”, Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин”, Мәхмүт Ғәлиҙең “Нәһж әл‑фәрадис”, Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә солтан”, С.Сараиҙың “Гөлөстан бит-төрки” һәм “Сөһәйл вә Гөлдерсен” кеүек урта быуат төрки ҡомартҡылары уларҙың уртаҡ ҡаҙанышы булып тора. Революцияға тиклемге байтаҡ яҙыусыларҙың ижады (Мәүлә Ҡолой, Ғ.Усман, Ә.Ҡарғалы һ.б.) ш. уҡ ике әҙәбиәткә индерелә. Т.ә. тарихына башҡ. яҙыусылары Аҡмулла, М.Ғафури, Ш.Зәки, М.И.Өмөтбаев, Ғ.Соҡорой, Һ.С.Сәлихов, А.М.Таһиров, Р.Ф.Фәхретдинов, Д.Юлтый, Т.Ялсығол һ.б. өлөш индерә. 20 б. 20‑се йй. һуң башҡ. әҙәбиәте м‑н Т.ә. айырылғас, уларҙың үҙ‑ара бәйләнеше дауам итә. Татар яҙыусылары (Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов, Ғ.Ниғмәти, Н.Иҫәнбәт һ.б.) башҡ. әҙәби процесында әүҙем ҡатнаша. Т.ә. башҡ. әҙәбиәте м‑н төрлө яҡлы бәйләнеше бигерәк тә яҙыусыларҙың ижади хеҙмәттәшлегендә асыҡ күренә: үтә мөһим мәсьәләләр б‑са бергә дискуссиялар үткәрелә, төрлө йыйылыштарҙа, ваҡытлы матбуғатта яңы әҫәрҙәргә анализ яһала. Башҡ. телендә татар яҙыусылары Ғ.Афзал, Ғ.Ахунов, Ә.Еники, Ә.Ерикәй, Ғ.Исхаҡи, М.Йәлил, Ш.Камал, Р.М.Миңнуллин, Ҡ.Нәжми, Һ.Таҡташ, Ғ.Туҡай, Х.Туфан, М.Әмир һ.б. әҫәрҙәре баҫылып сыға. Т.ә. башҡорт темаһы ҙур урын алып тора. Ибраһимовтың “Алмасыбар” (1922) хикәйәһендә, Н.Иҫәнбәттең “Муса Йәлил” (1956) трагедияһында, Ә.Еникиҙең “Һуңғы китап” (1987; бөтәһе лә — татар телендә) повесында һ.б. әҫәрҙәрҙә башҡорттарҙың образы бирелә. Ғ.Ахуновтың “Хазина” (1963), “Хужалар” (1968), “Иҙел ҡыҙы” (1978—86) романдары, Ғ.Б.Бәшировтың “Ҡунаҡ” (1940) хикәйәһе, “Мунса” (1943) очеркы, “Етегән шишмә” (1977; бөтәһе лә — татар телендә) романы һ.б. Башҡортостанға арналған. С.Агиш, З.А.Биишева, Р.Т.Бикбаев, Д.М.Бүләков, Ғ.Ғүмәр, М.Кәрим, И.Насыри, С.Әлибай һ.б. ҡайһы бер әҫәрҙәре татар теленә тәржемә ителгән. 1990 йй. алып БР Яҙыусылар союзында Башҡортостандағы татар телле яҙыусыларҙың ижади берекмәһе эшләй, улар әҙәбиәт декадалары, ижади осрашыуҙар ойоштора һәм үткәрә, йәш яҙыусыларға ярҙам күрһәтә, ҡулъяҙмаларын тикшерә һәм әҫәрҙәрен баҫтырыуға һ.б. булышлыҡ итә. 20 б. аҙ. БР‑ҙа татар телендә китаптар нәшер итеү тергеҙелә. БР‑ҙың татар телле яҙыусылары М.Н.Кәримов, А.Ш.Мағазов, Ә.З.Ниғмәтуллин, М.Н.Нәзиров, С.Ш.Поварисов, С.Рәхмәтулла, Р.М.Сабитов, М.Сиражи, Т.Таһиров, Р.Шаммас һ.б. әҫәрҙәре донъя күрә. Татар яҙыусылары ижадында башҡорт һәм татарҙарҙың үҙ‑ара тарихи мөнәсәбәте, башҡ. тәбиғәтенең матурлығы һәм ҡабатланмаҫ булыуы сағыла. Башҡортостанда татар телендә “Ҡыҙыл таң”, “Өмет” гәз., “Тулпар” ж. һ.б. сыға, уларҙың биттәрендә шулай уҡ Т.ә. әҫәрҙәре баҫыла. БР‑ҙа Татарстан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадалары һәм көндәре үткәрелә. Респ. театрҙарында татар драматургтары Ф.Бурнаш, Ғ.Исхаҡи, Р.Ф.Ишморат, Ғ.Камал, Т.Ғ.Миңнуллин һ.б. пьесалары ҡуйыла. Башҡортостан терр‑яһында Т.ә. үҫеше үҙенсәлектәре ғалимдарҙың тикшеренеү объекты булып тора. БР татар прозаһы һәм шиғриәтенең төбәк һыҙаттары Р.Ҡ.Әмировтың, индивидуаль стиль үҙенсәлектәре — К.С.Дәүләтшин, художестволы әҫәрҙәрҙең идея‑эстетик үҙенсәлектәре — Поварисов, башҡ. һәм татар әҙәбиәттәренең үҙ‑ара мөнәсәбәте С.Ғ.Сафуанов һ.б. хеҙмәттәрендә ҡаралған.

Әҙәб.: С а ф у а н о в С.Г. Межнациональные связи башкирской литературы. М., 1979; Взаимосвязи башкирской литературы с литературами народов СССР: библиогр. указ. В 2 ч. Ч.2. Уфа, 1987.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: