Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛА-АРА ЭЛЕМТӘ УЗЕЛЫ

Просмотров: 888

ҠАЛА-АРА ЭЛЕМТӘ УЗЕЛЫ. Зона эсендәге телефон элемтәһе, кабелле һәм цифрлы телевидение, сымлы радио, ҡала‑ара һәм халыҡ‑ара элемтәгә, Интернетҡа инеү б‑са хеҙмәттәр күрһәтә; транзит зона элемтә узелы ҡорамалдарының дөйөм һыйҙырышлығы тәүлегенә 1,1 млн һөйләшеүҙе тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Өфөлә урынлашҡан. Составында 50 бүлек, ш. иҫ. 7 район элемтә узелы һәм 5 оптик элемтә цехы, бар. 2011 й. 1800‑ҙән ашыу кеше эшләгән. Хеҙмәтте ҡулланыусылар – БР пр‑тиелары һәм халҡы.

1936 й. Өфө ҡала‑ара телефон станцияһы булараҡ ойошторола, 1988 й. алып БАССР‑ҙың производство‑техник элемтә идаралығы составында, 1992 й. — “Башинформсвязь” ААЙ бүлендек пр‑тиеһы, 1995 й. ғин. башлап Өфө ҡала‑ара телефон‑телеграф станцияһы — “Башинформсвязь” ААЙ филиалы (составына 1863 й. асылған Өфө телеграфы инә), 1995 й. сент. Өфө ҡала‑ара телефон станцияһы, 2002 й. алып Респ. ҡала‑ара элемтә узелы, 2011 й. алып, Телефон селтәре м‑н берләшкәндән һуң, Техник эксплуатациялау үҙәге. 1997—2007 йй. пр‑тие цифрлы ҡорамалдар м‑н тәьмин ителә, эре (көньяҡ‑көнсығыш, көньяҡ- көнбайыш, төньяҡ‑көнбайыш, төньяҡ‑көнсығыш) һәм 5 ваҡ оптик ҡулса төҙөлә, был респ. ҡалалары һәм адм. райондары үҙәктәрен цифрлы ҡала‑ара һәм халыҡ‑ара элемтә м‑н тәьмин итеү; респ. АТС‑тарынан 80 һәм операторҙар тоташтырған алыҫ, мобиль һәм зона элемтәһенән 30 маршрут ойоштороу мөмкинлеген бирә. Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019