Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОПЕРА ҺӘМ БАЛЕТ ТЕАТРЫ

Просмотров: 1986

ОПЕРА ҺӘМ БАЛЕТ ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1938 й. 14 дек. Башҡ. дәүләт опера театры булараҡ асыла, 1941 й. алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры. Беренсе художество етәксеһе һәм баш дирижёры — П.М.Славинский, баш реж. һәм дир. — Б.Ғ.Имашев, балетм. — Н.Г.Зайцев, баш рәссамы — Н.В.Ситников, баш хормейстеры — Н.А.Болотов. Тәүге опера спек‑ такле — “Тирмәнсе ҡыҙы”. Опера труппаһының нигеҙен Чайковский П.И. исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын тамамлаусылар тәшкил итә: Б.Н.Вәлиева, Ш.В.Вәлиәхмәтова, М.Я.Ғабдрахманова, Х.Л.Ғәлимов, В.Н.Галкин, З.З.Илбаева, О.Я. Калинина- Сыртланова, М.Ф.Мәҡсүтова, Ғ.С.Хәбибуллин. Оркестр м‑н хор Башҡ. музыка уч‑щеһын (ҡара: Сәнғәт училищеһы) тамамлаусыларҙан төҙөлә. Спектаклдәрҙе шулай уҡ К.В.Матсон, бейеүҙәрҙе Ф.Ә.Ғәскәров ҡуя. Репертуарында сит ил һәм ватан комп. әҫәрҙәре: У.А.Гаджибековтың “Аршин мал алан” муз. комедияһы, Ш.Гуноның “Фауст”, П.И. Чайковскийҙың “Евгений Онегин”, Д.Чимарозаның “Йәшерен никах” (“Тайный брак”), Е.Г.Брусиловскийҙың “Ир-Тарғын”,Н.Ғ.Йыһановтың “Ҡасҡын” (бөтәһе лә — 1939), Дж.Вердиҙың “Риголетто” һәм “Травиата”, А.А.Эйхенвальдтың “Мәргән”, А.С.Даргомыжскийҙың “Һыуһылыу” (“Русалка”; бөтәһе лә — 1940) һ.б. опералары. 1940 й. тәүге башҡ. операһы – М.М.Вәлиевтең “Һаҡмар” операһының премьераһы була. Труппа актёрҙар З.А.Бутакова, П.И.Гамов, З.Н.Ғәйнетдинова, Х.И.Ҡудашев, Ш.А.Мәсәғүтов, А.А.Палышева, С.Г.Русинов, Ғ.З.Сөләймәнов, А.В. Сутягин, М.Ғ.Сәлиғәскәрова, М.Х.Хисмәтуллин, С.Д.Хөснийәров, Ә.С.Шайморатова, М.Ә.Әхмәтйәнова м‑н тулылана. Башҡ. операһының үҫешенә комп. Н.И.Пейко, А.Э.Спадавеккиа, Л.Б.Степанов, Н.К.Чемберджи һәм Эйхенвальд ҙур йоғонто яһай, улар Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһына әҙерләнеү өсөн респ. Хөкүмәте тарафынан Өфөгә саҡырып алына. 1941 й. театрҙа Башҡ. сәнғәт техникумының хореография бүлеген һәм Ленинград хореография уч‑щеһының башҡ. бүлеген тамамлаусыларҙан (З.Н.Бәхтейәрова, Р.Н.Дербишева, З.Ә.Насретдинова, Ф.М.Саттаров, Х.Ғ.Сафиуллин) балет труппаһы (ҡара: Балет) ойошторола. Тәүге балет постановкаһы — “Коппелия”. 40‑сы йй. труппа бейеүселәр Н.М.Айыуханов, Н.Ғ.Вәлитова, Ф.С.Йосопов, Х.Ф.Мостаев, Г.Ғ.Сөләймәнова, М.А.Таһирова, Ғ.Ғ.Хафизова, Т.Ш.Хоҙайбирҙина, Н.Д.Юлтыева, Ф.Н. Әхмәтшин һ.б. м‑н тулылана.

1941—42 йй. БДОБТ сәхнәһендә Украин ССР‑ынан эвакуацияланған Т.Г.Шевченко ис. Киев опера һәм балет театры артистары сығыш яһай: дирижёрҙар В.Я. Йориш, Я.А. Розенштейн; реж. В.Д.Манзий, Н.В. Смолич, Д.Н.Смолич, А.А.Колодуб; балетм. С.Н.Сергеев, опера солистары М.П.Бем, З.М.Гайдай, А.А.Иванов, К.А.Лаптев, М.И.Литвиненко‑Вольгемут, И.И.Масленникова, И.С. Паторжинский, Л.А.Руденко; балет артистары А.И.Васильева, З.М.Лурье, А.А.Соболь һ.б. С.С. Гулак-Артемовскийҙың “Дунай аръяғындағы запорожец” (“Запорожец за Дунаем”), Дж.Россиниҙың “Севилья цирюльнигы” (“Севильский цирюльник”), Ж.Бизеның “Кармен”, Р.Леонкаваллоның “Кәмитселәр” (“Паяцы”; бөтәһе лә — 1941), М.И.Глинканың “Иван Сусанин” (1942), Вердиҙың “Аида” (1943), Э.Ф.Направниктың “Дубровский”, Дж.Пуччиниҙың “Чио-Чио-сан” (икеһе лә — 1944), Чайковскийҙың “Пики дамаһы” (“Пиковая дама”; 1945) опералары; Р.Планкеттың “Корневиль ҡыңғырауҙары” (“Корневильские колокола”; 1943) опереттаһы; “Сыңрау торна” балеты ҡуйыла. Театрҙың репертуарында милли опералар барлыҡҡа килә, уларҙың күбеһе йәш башҡ. композиторҙарының күренекле урыҫ һәм украин мәҙәниәте вәкилдәре м‑н хеҙмәттәшлегендә ижад ителә. Яңы образдар, жанрҙар, композиторлыҡ техникаһының яңы алымдары барлыҡҡа килә, музыкала классик традицияларҙың милли үҙенсәлектәр м‑н берләшеүе күҙәтелә: Чемберджиҙың “Ҡарлуғас” (1941), “Аҡбуҙат”, Пейко м‑н Вәлиевтең “Айһылыу”, Х.К.Ибраһимов м‑н Ф.Е.Козицкийҙың “Ватан өсөн” (икеһе лә — 1943), Эйхенвальдтың “Ашҡаҙар” (1944) опералары.

Һуғыштан һуңғы осорҙа БДОБТ артистары сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була: Болгарияла, Бөйөк Британияла, Ҡытайҙа, Монголияла, Норвегияла, Суданда, Францияла, Һиндостанда, Эфиопияла һ.б. 1955 й. театр Мәскәүҙә үткән Башҡ. әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша.

40—50‑се йй. театрҙа дирижёрҙар Л.Н.Инсаров, М.П.Карпов, А.Ф.Ковальский, О.М.Райцын, Г.А. Столяров, Х.В.Фәзлуллин; реж. Е.А.Брилль, Ҡ.Ғ.Бәкеров, А.С.Григорин, Имашев, К.Н.Рушев, В.У.Серков, В.А.Титов, Г.А.Хәбибуллин, Г.Т.Шаповалов; балетм. Н.А.Анисимова, Е.К.Войтович, Ғәскәров, Мостаев; сценографтар М.Н.Арыҫланов, М.В.Беспалова, Ғ.Ш.Имашева эшләй. Сәхнәлә Р.Ә.Мортазиндың “Азат” (1949) операһы, А.С.Ключарёвтың “Тау риүәйәте” (“Горная быль”) балеты; ватан һәм сит ил опералары: Йыһановтың “Алтынсәс” (1946), Н.А.Римский- Корсаковтың “Батша кәләше” (“Царская невеста”; 1947) һәм “Май айы төнө” (“Майская ночь”; 1952), А.Г.Рубинштейндың “Иблис” (“Демон”), Пуччиниҙың “Тоска” (икеһе лә — 1948), Ш.Гуноның “Ромео һ .м Джульетта” (“Ромео и Джульетта”; 1949), Чайковскийҙың “Мазепа” (1950) һәм “Иоланта” (1952), А.П. Бородиндың “Кенәз Игорь” (“Князь Игорь”; 1951), С.В. Рахманиновтың “Алеко” (1953), Л.Делибтың “Лакме”, М.И. Чулакиҙың “Йәшлек” (“Юность”), И.И. Дзержинскийҙың “Тымыҡ Дон” (“Тихий Дон”; бөтәһе лә — 1956), Т.Н. Хренниковтың “Дауылда” (“В бурю”; 1957); оперетталар: И.Кальмандың “Сиған бароны” (“Цыганский барон”; 1949), И.Штраустың “Ярғанат” (“Летучая мышь”; 1950); балеттар: Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”; 1945), Йыһановтың “Зөһрә”, Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”; икеһе лә — 1947), Р.М.Глиэрҙың “Ҡыҙыл мәк” (“Красный мак”; 1949), А.А.Крейндың “Лауренсия” (1951), Римский-Корсаковтың “Шехеразада” (1953), Ч.Пуньиҙың “Эсмеральда” (1954), П.Гертелдең “Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” (“Тщетная предосторожность”; 1955); балалар өсөн спектаклдәр: Пуньиҙың “Аҫау ҡолон‑Көмрө һырт” (“Конёк‑Горбунок”; 1950), И.В.Морозовтың “Айболит доктор” (“Доктор Айболит”; 1952) ҡуйыла. 50‑се йй. 2‑се ярт. – 60‑сы йй. башында яңы муз. традициялар барлыҡҡа килә, музыка белеме биреү үҫеш ала. “Тау бөркөтө”, “Гөлнәзирә”, “Яратам һине, тормош”, Х.Ш.Заимов м‑н А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (1965) балеттары, “Ағиҙел тулҡындары”, “Дауыл”, “Салауат Юлаев”, “Шәүрә” опералары ҡуйыла.

50—80‑се йй. театрҙа күренекле балет солистары: А.С.Биксурин, В.Х. Ғәлимова, Р.Г.Зарипов, З.Х. Ильясова, Л.С.Ҡыуатова, Ф.М. Нафиҡова, Ш.Ә.Тереғолов, Ю.Ғ.Ушанов, И.Х.Хәбиров, Л.В.Шапкина һ.б.; опера солистары Н.Һ.Аллаярова, П.Н.Аникиенко, М.А.Артемьев, С.Ә. Асҡаров, Н.И.Бызина, Р.Ә.Бәшәров, Р.А.Гәрәев, М.Ғ.Ғәлиев, С.Ҡ. Ғәлимова, И.Г.Ивашков, Б.С.Кокурин, Р.Ф.Көсөков, Х.Й.Мәжитов, О.Н. Полянский, Г.С.Родионов, Й.Ғ.Рәхмәтуллина, Т.Ф.Сәғитов, П.М. Токарев, Б.Я.Торик, М.И.Труевцев, З.Ә.Фәрхетдинова, Г.В. Халдеева, Н.З.Әбдиев, Л.Ғ. Әхмәтйәнова һ.б. плеядаһы барлыҡҡа килә. Театрҙа дирижёрҙар Г.Г.Александров, И.М.Альтерман, Ю.П.Анисичкин, О.Н.Белунцов, Я.А. Вощак, Г.Л.Ержемский, Г.И.Комаровский, Ғ.Х. Моталов, В.Д.Руттер, Н.Ғ. Сабитов, Е.Б.Терентьев, И.А. Ульянов; реж. А.Н. Бакалейников, Р.А.Вәлиуллин, Р.М.Ғәлиев, Ш.З. Ҡолбарисов, Ш.М. Мортазина, М.М. Хисмәтуллин; балетм. Л.Е. Бородулин, Б.М.Брускин, С.В. Дречин, В.Х.Пяри, Саттаров, Сафиуллин, Э.Х.Танн, Г.И.Язвинский; сценографтар Р.М.Арыҫланов, Т.Ғ.Йәнекәев, В.И.Плекунов, Торик; хормейстерҙар Л.Х.Исхаҡова, А.Г.Тихомиров эшләй. А.К. Глазуновтың “Раймонда” (1958), И.Штраустың “Зәңгәр Дунай” (“Голубой Дунай”; 1959), Л.Ф.Минкустың “Дон Кихот” (1960), А.Адандың “Жизель”, К.А.Караевтың “Йәшенле һуҡмаҡтан” (“Тро‑ пою грома”), Ф.Шопен музыкаһына “Шопениана” (бөтәһе лә — 1961), М.Равелдең “Болеро” (1962), С.С.Прокофьевтың “Ромео һәм Джульетта” (“Ромео и Джульетта”), Адандың “Корсар” (икеһе лә — 1964), Минкустың “Баядерка” (1967), Чайковскийҙың “Щелкунчик” (1968), Ф.З.Яруллиндың “Шүрәле”, Д.Д. Шостаковичтың “Туташ менән хулиган” (“Барышня и хулиган”; икеһе лә — 1969), Чайковскийҙың “Йоҡоға талған һылыу” (“Спящая красавица”; 1972), Бизе–Р.К.Щедриндың “Кармен- сюита” (1974), Прокофьевтың “Золушка” (1977), Р.В.Паулстың “Керри ҡарындаш” (“Сестра Керри”; 1981), Р.Штраус музыкаһына “Тиль Уленшпигель” (1982), Э.Григтың “Пер Гюнт” (1983), А.Б. Журбиндың “Төнгө ҡала балладаһы” (“Баллада ночного города”; 1989) һ.б.; “Айгөл иле”, Р.М.Хәсәновтың “Ҡурай тураһында легенда” (“Легенда о курае”; 1979), “Ай тотолған төндә” башҡ. балеттары; балалар өсөн тәүге башҡ. спектаклдәре: Н.Ғ.Сабитовтың “Буратино” (1960) һәм “Мурзилка‑космонавт” (1964), М.Х.Әхмәтовтың “Маугли” (1975) һәм Сабитовтың “Мыйыҡһыҙ тылсымсы” операһы (“Безусый волшебник”; 1967) ҡуйыла. Балеттарҙы сәхнәгә Ғәскәров, Сафиуллин, Хәбиров һ.б. ҡуя.

Опера репертуары ла киңәйә, Чайковскийҙың “Сихырсы” (“Чародейка”; 1957), Вердиҙың “Бал‑маскарад” (1958), Ю.С.Мейтустың “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”), Вердиҙың “Трубадур” (икеһе лә — 1959), Бизеның “Ынйы эҙләүселәр” (“Искатели жемчуга”; 1961), Вердиҙың “Отелло” (1962), Спадавеккианың “Күгәүен” (“Овод”; 1963), Мейтустың “Бер туған Ульяновтар” (“Братья Ульяновы”), А.Н. Холминовтың “Оптимистик трагедия” (“Оптимистическая трагедия”; икеһе лә — 1967), Вердиҙың “Дон Карлос” (1968), М.П.Мусоргскийҙың “Борис Годунов” (1971), Г.Доницеттиҙың “Мөхәббәт эсемлеге” (“Любовный напиток”), М.Т.Түлебаевтың “Биржан менән Сара” (“Биржан и Сара”; икеһе лә — 1972), П.Масканьиҙың “Ауыл намыҫы” (“Сельская честь”; 1974), Пуччиниҙың “Богема” (1976), Римский-Корсаковтың “Моцарт һәм Сальери” (“Моцарт и Сальери”; 1979) һәм “Салтан батша тураһында әкиәт” (“Сказка о царе Салтане”), Дж.Б.Перголезиҙың “Хеҙмәтсе-хужабикә” (“Служанка-госпожа”; икеһе лә — 1981), В.И.Флейшмандың “Ротшильд скрипкаһы” (“Скрипка Ротшильда”; 1987) һ.б. ҡуйыла. Постановкалар араһында ш. уҡ. башҡ. композиторҙарының әҫәрҙәре: “Замандаштар”, “Урал илселәре”, С.Ә.Низаметдиновтың “Ҡара һыуҙар” (“Чёрные воды”; 1989) һ.б. опералар. Шулай уҡ З.Ғ.Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” (1959), С.А.Юдаковтың “Мәйсәрә шуҡлыҡтары” (“Проделки Майсары”; 1961), С.Ғ. Садиҡова м‑н Р.Ғ.Ғөбәйҙуллиндың “Кейәүҙәр” (1973), Т.М.Шәриповтың “Мөхәббәт ялҡындары” (1983) музыкаль комедиялары, Г.С. Милютиндың “Циркта ут ҡабына” (“Цирк зажигает огни”; 1964), Ҡолбарисовтың “Бер ҡабынһа ғишыҡ уты” (1965), И.Кальмандың “Марица” (1978) һәм “Чардаш королеваһы” (“Королева Чар‑ даша”; 1980) һ.б. оперетталары ҡуйыла. Театр сәхнәһендә балалар өсөн И.С. Польскийҙың “Терем-теремок” (1963), П.П.Вальдгардтың “Бесәй йорто” (“Кошкин дом”; 1966), Б.П. Кравченконың “Эй был Балда” (“Ай да Балда”; 1978), Б.М.Терентьевтың “Максимка” (1979), Г.И.Гладковтың “Бремен музыканттары” (“Бременские музыканты”; 1982), Ж.А.Кузнецова-Стрелланың “Липанюшка” (1984) һ.б. спектаклдәре күрһәтелә.

90‑сы йй. башында театрҙың балет труппаһын Өфө хореография уч‑щеһын (ҡара: Нуриев Р. исемендәге хореография колледжы) тамамлаусылар тулыландыра. В.И.Платонов инициативаһы б‑са даими рәүештә симфоник концерттар үткәрелә, улар муз. йәмәғәтселек һәм тыңлаусылар араһында киң танылыу яулай. 1998 й. алып театрҙың Грек залында “Музыкаль ҡунаҡханала осрашыуҙар” уҙғарыла, унда камера вокаль музыка әҫәрҙәре башҡарыла. 1990—2013 йй. баш дирижёрҙар: А.А.Аниханов, А.А. Людмилин, Р.Э.Лютер, А.В.Макаров, Платонов, В.А.Рылов, Р.С.Сөләймәнов; дирижёрҙар: Ф.Ф.Иҙрисов, Г.В.Ким, А.В.Макаров, Р.Н.Сабитов, М.Ә. Әхмәт-Зарипов, Р.Ә.Яҡупов; баш реж.: Вәлиуллин, Ғәлиев; балеттың художество етәкселәре: Тереғолов, Ҡыуатова; баш рәссам – Р.М.Арыҫланов, рәссам – К.Чарыев; баш хормейстер – Э.Х.Ғәйфуллина, хормейстер – Ә.Р.Белогонова. Коллективҡа опера солистары А.Ә.Абдразаҡов, И.Ә.Абдразаҡов, С.Р.Арғынбаева, З.Ф.Байбурина, В.В.Белов, И.Ф.Вәлиев, Х.Ә.Ишбулдин, В.Н.Копытов, Ә.З.Кәримова, Т.С. Мамедова, Н.Е.Маслова, Г.У.Нарынбаева, Т.Л.Никанорова, И.Ю. Романова, С.Ф.Сөләймәнов, Ф.З.Сәлихов, Э.М.Фәтихова, Р.Ә.Хәбибуллин, Ә.С.Хәмбәлеева, Л.Д.Чекирова, М.С.Шәрипов, Й.Ә. Әбделмәнов, Э.Н.Әхмәтзарипова, Л.Ю.Әхмәтова һ.б.; балет солистары Р.Ә. Абушахманов, Р.Р.Закирова, А.В.Зинов, Д.Ф.Зәйнетдинов, Т.Н. Краснова, И.И.Маняпов, Р.Р.Мөхәмәтов, Г.Ғ.Мәүлекәсова, Н.В.Олюнин, Р.В.Рыкин, Н.А.Сологуб, Г.Н.Сөләймәнова, Е.Ю.Фомина, Г.Р.Хәлитова һ.б. инә.

БДОБТ репертуарында Х.Левенсхольдтың “Сильфида” (1991), Ю.С. Саульскийҙың “Валенсиянан сеньора” (“Сеньора из Валенсии”; 1992), Л.З.Исмәғилеваның “Хужа Насретдин” (1998) һәм “Арҡайым” (2005), Р.Н.Сабитовтың “Прометей” (2009), И.Ф.Стравинский музыкаһына “La marionnette” (2010) балеттары, Х.Ф. Әхмәтовтың “Нәркәс” (1994), “Аҡмулла”, “Ай тотолған төндә”, “Ҡаһым түрә” (“Дирижёрҙың иң яҡшы эше” номинацияһында “Алтын маска” Рәсәй милли театр пр. лауреа‑ ты; Мәскәү, 2004), Низаметдиновтың “Memento” (2000) һәм “Нәҡи” (2009), В.А.Моцарттың “Тылсымлы флейта” (“Волшебная флейта”; 2004), “Дон Жуан” (2007) һәм “Ғашиҡтар мәктәбе, йәки Бөтә ҡатындар шулай эшләй” (“Школа влюблённых, или Так поступают все женщины”; 2012), Римский-Корсаковтың “Ҡарһылыу” (“Снегурочка”; 2005), А.П.Бородиндың “Кенәз Игорь” (“Князь Игорь”; 2010), Пуччиниҙың “Тоска” (2012) опералары; балалар өсөн спектаклдәр: В.Л.Улановскийҙың “Алтын себеш” (“Золотой цыплёнок”; 1990), Б.И. Савельевтың “Бесәй Леопольдтың тыуған көнө” (“День рождения кота Леопольда”; 2009) мюзиклдары, К.С.Хачатуряндың “Белоснежка һәм ете гном” (“Белоснежка и семь гномов”; 2001), П.Б.Овсянниковтың “Том Сойер” (2008), Спадавеккианың “Гәлсәр башмаҡтар, йәки Золушка тураһында әкиәт” (“Хрустальная туфелька, или сказка о Золушке”; 2011) кеүек яңы балеттар ҡуйыла.

1991 й. алып БДОБТ “Өфөлә Шаляпин кисәләре” Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивален, 1993 й. — Нуриев Р. исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален үткәрә. 1994 й. донъя опера сәхнәһе йондоҙҙары ҡатнашлығында “Ирина Архипова тәҡдим итә” (“Ирина Архипова представляет”) фестивале уҙғарыла. 1993 й. театрҙың музейы булдырыла, 1998 й. башлап “Эрмитаж” залы эшләй башлай, унда һынлы сәнғәт күргәҙмәләре, фотокүргәҙмәләр һ.б. үткәрелә, 2008 й. — “Рудольф Нуриев” музейы асыла, унда Бөйөк Британия Хөкүмәте исеменән Р.Нуриев ис. Халыҡ-ара фонд бүләк иткән экспонаттар коллекцияһы ҡуйылған. 2010 й. алып “Аксаковский дом” (“Аксаков йорто”) гәз. нәшер ителә.

БДОБТ Рәсәй һәм сит илдәр (АҠШ, Англия, Болгария, Бразилия, Италия, Көньяҡ Корея, Ҡытай, Мексика, Мысыр, Португалия, Таиланд, Төркиә, Франция, Һиндостан һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Дир.: С.Р.Ҡадиров (1939, 1948—51), М.Х.Хәлимов (1939 й. алып), Д.А.Дмитриев (1944 й. алып), Судаков (1945 й. алып), Х.Х.Хамматов (1946—48), Д.И.Рудницкий (1951 й. алып), И.М.Матрос (1952), Н.В.Сулоев (1952 й. алып), А.А.Лавров (1957 й. алып), Хөснийәров (1960 й. алып), Айыуханов (1964 й. алып), Г.И.Ҡудашев (1967 й. алып), К.А.Вәлиев (1973 й. алып), Александров (1978 й. алып), И.Н.Әхмәҙиев (1982 й. алып), Биксурин (1988 й. алып), Родионов (1990), Гәрәев (1990 й. алып), В.А.Савельев (1995 й. алып), В.А.Стрижевский (1998 й. алып), А.Г.Шишкин (2001 й. алып), В.Г.Рихтер (2006 й. алып), Ю.Г.Стульников (2011 й. алып), Р.Н. Сабитов (2012 й. алып), В.А.Самойлов (2013 й. алып), Г.А.Мокшаев (2015 й. вазифа башҡарыусы), И.Р.Әлмөхәмәтов (2015 й. дек. алып). “Иң яҡшы ижади коллектив” номинацияһында РФ Хөкүмәтенең Ф.Волков ис. “Рәсәй театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” пр. (Ярославль ҡ., 2006), “Рәсәй мәҙәниәте һәм сәнғәте өлкәһендә иң яҡшы предприятие” номинацияһында “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 предприятиеһы һәм ойошмаһы” Бөтә Рәсәй конкурсы (Мәскәү, 2009) лауреаты. БДОБТ бинаһы – 20 б. тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы (ҡара: Аксаков халыҡ йорто).

Т.Д.Лугина, М.Ф.Луговая

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023