Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УРАЛТРАНСНЕФТЕПРОДУКТ”

Просмотров: 1317

“УРАЛТРАНСНЕФТЕПРОДУКТ”, У р а л н е ф т ь п р о д у к т т а р ы н ы ң ү т к ә р г е с т о р б а т р а н с п о р т ы б е р е к м ә һ е, ААЙ. Магистраль үткәргес торбалар буйлап нефть продукттарын һаҡлау һәм ташыу м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составына Өфө һәм Көнсығыш производство бүлектәре, 17 линиялы производство‑диспетчер станцияһы (Башҡортостанда — 5; Силәбелә — 6, Ҡурғанда — 2, Омскиҙа, Ырымбурҙа, Һамар өлк., Ҡаҙағстанда — 1‑шәр) инә. 2009 й. 2770 кеше эшләгән; һурҙырып бушатыу күләме — 11465,1 мең т. Хеҙмәттәрен ҡулланыусылар — БР һәм РФ, яҡын һәм сит илдәр халҡы һәм пр-тиелары.

1970 й. Өфө, Петропавловск һәм Омск район магистраль продукт үткәргестәре идаралығы базаһында Урал магистраль продукт үткәргестәре идаралығы булараҡ ойошторола, 1991 й. алып Урал магистраль нефть продукттары үткәргестәре берекмәһе, 1993 й. башлап “Транснефтепродукт” акционерҙар компанияһы составында (Мәскәү), 1995 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын ала. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр дизель яғыулығын һәм һыу ҡулланып магистраль нефть продукттары үткәргестәрен яңынан һынау технологияһы (2001), эске йөҙҙәрҙе таҙартыу һәм торба эсендәге диагностикаға әҙерләгәндә магистраль нефть продукттары үткәргестәренең үтә алыуын билдәләү өсөн ҡоролма (2003) индерелә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.03.2024