Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УДМУРТ ӘҘӘБИӘТЕ

Просмотров: 1404

УДМУРТ ӘҘӘБИӘТЕ. Башҡортостанда тыуып үҫкән удмурт яҙыусылары Р.Г.Вәлишин, Ф.П.Пукроков, У.Ш.Бәҙретдинов, Р.О.Хәйҙәров һ.б. ижады У.ә. ҙур урын алып тора. Уларҙың ҡайһы бер әҫәрҙәре башҡ. темаһына арналған. Бәҙретдиновтың “Шордин” (2000), Вәлишиндың “Елдәр тауы” (“Гора ветров”; 1978) повестарында, Пукроковтың “Шишмә” (“Родник”; 1984) шиғри романында тыуған яҡ, унда йәшәүселәр һүрәтләнгән. Башҡ. һәм удмурт халыҡтарының уртаҡ тарихи яҙмышы Удмуртияның башҡа яҙыусылары ижадында ла сағыла. М.А.Коноваловтың “Ғаян” (“Гаян”; 1936) романының төп геройы — Салауат Юлаевтың көрәштәше. С.А.Самсоновтың “Кама өҫтөндә йәшен гөрһөлдәй” (“Над Камой гремит гроза”; 1968) повесында башҡорт һәм удмурттарҙың совет власын урынлаштырыу өсөн бергәләп көрәшеүе күрһәтелгән. М.П.Покчи‑Петров “Ҡурай” (“Курай”) шиғырында З.Ғ.Исмәғилевтең тыуған иле — Башҡортостанға дан йырлай. Ф.И.Васильевтың “Ҡоштар осора” (“Птиц выпускает”) шиғыры М.Кәримгә арналған. 1999 й. Башҡортостанда яҙыусы һәм журналист А.В.Гильмаев инициативаһы б‑са удмурт телендә “Ошмес” гәз. сығарыла башлай, уның биттәрендә билдәле удмурт яҙыусылары м‑н бер рәттән яңы яҙыша башлаған (Р.К. Миннекузин, И.М.Сәмиғолова, Т.Г. Харисова һ.б.) яҙыусыларҙың әҫәрҙәре лә баҫтырыла. Башҡ. яҙыусылары С.Агиш, М.Ғафури, М.Кәрим, Ғ.Әмири һ.б. ҡайһы бер әҫәрҙәре удмурт, А.С.Бутолин, Г.Д. Красильников, Г.С.Симаков һ.б. әҫәрҙәре башҡ. теленә тәржемә ителгән.

Әҙәб.: Писатели Удмуртии: биобиблиогр. справ. Ижевск, 1963; Взаимосвязи башкирской литературы с литературами народов СССР: библиогр. указ. В 2 ч. Ч.2. Уфа, 1987.

О.Б.Ғилмуранова, С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: