Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

Просмотров: 1686

СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, “С т ә р л е т а м а ҡ — М. Т . Е .”, ААЙ. Эшкәртеү үҙәктәре, һан м‑н программаланған ҡырыу‑быраулау‑фрезерлау-ҡырғыс, ҡырыу һәм хонингылау, махсус, универсаль станоктар һ.б. етештерә. Составына ҡойоу, термик, механик эшкәртеү, механик йыйыу, инструменттар, ремонтлау производстволары инә. 2009 й. 1004 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, 70‑тән ашыу яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 1941 й. Одесса ҡ. эвакуацияланған В.И.Ленин ис. станоктар эшләү з‑ды (1865 й. нигеҙләнгән) базаһында В.И.Ленин ис. С.с.э.з булараҡ төҙөлә (40‑сы йй. башында радиаль быраулау, алмас‑ҡырғыс; 40‑сы йй. уртаһында вертикаль һәм радиаль быраулау, горизонталь алмас‑ҡырғыс, агрегат киртләсләү һ.б. станоктар; 80‑се йй. уртаһында эшкәртеү үҙәктәре сығарыу үҙләштерелә), 1998 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2021