СТӘРЛЕТАМАҠ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ
СТӘРЛЕТАМАҠ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1935 й. акушерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла, 1939 й. алып фельдшер‑акушерлыҡ мәктәбе, 1947 й. — мед. техникумы, 1954 й. — мед. уч‑щеһы, 2003 й. хәҙ. статусын ала. Күмертау ҡ. филиалы бар (1990 й. нигеҙләнгән). Уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: акушерлыҡ эше, лаб. диагностика, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше, стоматология, ортопедик стоматология, фармация. 2 компьютер класы, китапханаһы, 32 клиникаға тиклем әҙерлек кабинеты, 8 лаб., видеозалы, 2 тамаша, гимнастика, тренажёр һәм уҡыу залдары, мед. пункты, спорт-һауыҡтырыу үҙәге, методика, психологик бушаныу кабинеты, 2 музейы (колледж тарихы һәм мед. халаты тарихы), ятағы бар. 17 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015), улар араһында П.А.Горошек, З.Ғ.Ғәбиҙуллин, Х.С.Фәхретдинова. Колледждың лаб. корпусы бинаһы (Баҡса урамы, 35; 1895 й. төҙөлгән) архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Ятаҡта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған уҡыусыларға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1985).
А.Т.Нурғәлиев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина