СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ
СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1991 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1997 й. алып С.п.к., 2012 й. — Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп һәм көндөҙгө- ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәктәпкәсә белем биреү, һынлы сәнғәт һәм һыҙым, компьютер селтәрҙәре, ғәмәли информатика, компьютер системаларында программалау, соц. хеҙм‑р, махсус мәктәпкәсә белем биреү һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 7 компьютер кабинеты, китапханаһы, дискозалы, тамаша, 2 спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, мәктәпкәсә белем биреү тарихы музейы, слесарлыҡ һәм художество‑графика оҫтаханалары, фото һәм видеостудияһы, 2 ятағы һ.б. бар. 5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015). БДПУ һәм Силәбе пед. ун‑ты м‑н хеҙмәттәшлек итә.
А.Н.Усевич
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина