Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЗИК КУЛЬТУРА ТЕХНИКУМЫ

Просмотров: 1085

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЗИК КУЛЬТУРА ТЕХНИКУМЫ, 1932 й. Өфөлә Башҡ. пед. техникумының (Өфө) физик культура бүлексәһе булараҡ асыла, 1934 й. алып физик культура техникумы, 1955 й. — Башҡ. респ. физик культура техникумы. 1971 й. Стәрлетамаҡ ҡ. күсерелә, 1974 й. алып С.ф.к.т., 2015 й. башлап Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә адаптив физик культура, хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу, туризм, физик культура, реклама һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 2 компьютер класы, китапханаһы, тамаша залы, мед. пункты, “Спорт” музейы, спорт комплексы, стадионы, ятағы бар. Уҡыу йорто м‑н В.Н.Иванов, А.А.Книсс һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 17 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015), улар араһында М.М. Азаматов, Р.А.Баталова, Р.М. Буранғолова, Р.Р.Ғарифуллин, А.З. Ғаффарова, Р.Р.Ғәниев, Е.А. Жданова, В.И.Кривошеин, Ғ.Ф.Ҡадиров, Г.Г.Лободин, А.В.Макурин, Л.З. Мусаҡаева, О.К.Обрезкова, Ю.В. Сабанов, Б.А.Самородов, В.И. Таянович, Т.А.Тезикова, Э.А.Тюкин, С.Ә. Хәбирова, Ф.В.Шәйнуров, С.Т. Әхмәтгәрәева. Техникум бинаһы (Баҡса урамы, 20; 1909 й. төҙөлгән) архитектура ҡомартҡыһы булып тора; уға Стәрлетамаҡ революцион ком‑ты мәғариф комиссары Г.Р. Әбдрәшитовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1994). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡыу йорто бинаһында хәрби госпиталь урынлашҡан.

М.Б.Мусаҡаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: