Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҠЫТЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ

Просмотров: 1182

УҠЫТЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ, пед. йәмәғәтселектең ойошоу формаһы. Рәсәйҙә революцияға (1917) тиклем Халыҡ мәғарифы министрлығының “Башланғыс халыҡ училищеларында уҡыусылар съездары тураһындағы ваҡытлы ҡағиҙәләр”енә (1899) ярашлы үткәрелгән. Беренсе Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы Мәскәүҙә 1872 й. була.

Өфө губернаһында Өфө губ. земство башҡармаһы кәңәшмәһе (1911 й. 23—25 майы) тәүге У.с. була. Халыҡ мәғарифы б‑са 1‑се Бөтә Рәсәй дөйөм земство съезында (Мәскәү, 1911 й. 16—30 авг.) тәҡдим ителгән мосолмандарҙың дөйөм башланғыс белем алыуы концепцияһы тикшерелә. Өфө губ. халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре (1917 й. 5—10 майы), мәғариф хеҙм‑рҙәренең өйәҙ съездары, ш. иҫ. Бәләбәй (21—27 апр.) һәм Златоуст (18—25 май) съездары, үтә. Совет мәктәбенең төп принциптары һәм сәйәси бурыстары 1‑се Бөтә Рәсәй мәғариф съезында билдәләнә (Мәскәү, 1918).

1‑се Бөтә башҡорт халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре съезы 1919 й. дек. — 1920 й. ғин. Стәрлетамаҡ ҡ. була. Мәктәптән тыш белем биреү, мәктәпкәсә белем биреү, наҙанлыҡты бөтөрөү, 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү һәм уҡыу программалары эшләү, Халыҡ мәғарифы ин‑тын ойоштороу (ҡара: Уҡытыусылар институты) мәсьәләләре ҡарала. Съезд эшендә А.Ә.Айҙаров, Богданов, Йосопов, Сафин һ.б. ҡатнаша. Рәйесе — Сафин, Х.Й.Йомағолов.

БАССР‑ҙың 1‑се У.с. Ф.Х.Мостафина инициативаһы б‑са 1955 й. 18—20 авг. Өфөлә үткәрелә. БАССР мәктәптәрендә уҡытыу‑тәрбиә эшенең торошо һәм уны яҡшыртыуҙың артабанғы саралары т‑да доклад м‑н сығыш яһала (Мостафина). Уҡыусыларҙың өлгәше, мәктәптәрҙең матди базаһын нығытыу һ.б. б‑са проблемалар тикшерелә. Съезд эшендә ш. уҡ РСФСР мәғариф министры урынбаҫары Л.В.Дубровина, БАССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары С.Ф.Сәйетбат- талов, Ш.Х.Чанбарисов һ.б. ҡатнаша. Рәйестәре — Мостафина, КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары Х.С.Сайранов.

2‑се У.с. 1957 й. 23—27 сент. үтә. Мәктәптә политехник уҡытыу бурыстары һәм уҡыусыларға коммунистик тәрбиәне көсәйтеү т‑да доклад м‑н сығыш яһала (Мостафина). Уҡыусыларҙың производство практикаһын ойоштороу, пед. кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре тикшерелә, респ. мәктәптәре араһында 1957—58 йй. уҡыу йылына иң яҡшы әҙерлек б‑са социалистик ярышҡа йомғаҡ яһала һ.б. Съезд эшендә РСФСР мәғариф министры урынбаҫары Ф.С.Мак- сименко, ТАССР мәғариф министры А.Г.Вәлиуллина, Сыуаш АССР‑ы мәғариф министры урынбаҫары А.С.Отачкин, БАССР эске эштәр министры И.А.Кожин һ.б. ҡатнаша.

3‑сө У.с. 1959 й. 8—10 дек. үтә. Коммунизм төҙөүҙең хәҙ. этабындағы мәктәптең торошо һәм уҡытыусыларҙың бурыстары т‑да доклад м‑н сығыш яһала (Мостафина). Уҡыусыларҙы тәрбиәләү б‑са мәктәптәрҙәге комсомол һәм пионер ойошмаларының эше тикшерелә, мәктәптәр араһында 1959—60 йй. уҡыу йылына әҙерлек б‑са социалистик ярышҡа йомғаҡ яһала. Съезд эшендә ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары Р.Х.Миһранов, ш. уҡ Сәйетбатталов һ.б. ҡатнаша.

4‑се У.с. 1964 й. 5—7 февр. үтә. Республикала балаларға коммунистик тәрбиә биреү торошо һәм уны яҡшыртыу саралары т‑да доклад м‑н сығыш яһала (Ф.В.Солтанов). Рәйестәре — З.Ш.Аҡназаров, Мостафина, Солтанов.

5‑се У.с. 1967 й. 7—8 дек. үтә. Республика халыҡ мәғарифының 50 йылдағы торошо һәм мәктәптәр эшен артабан яҡшыртыу саралары т‑да доклад м‑н сығыш яһала (Мостафина). Съезд эшендә Ғ.Й.Рамаҙанов, Чанбарисов һ.б. ҡатнаша.

6‑сы У.с. 1969 й. 29—30 окт. үтә. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға әҙерлеккә бәйле уҡытыусыларҙың һәм халыҡ мәғарифы органдарының бурыстары (Т.И.Ахунйәнов), респ. ауыл мәктәптәрендә эштәр торошо һәм уларҙы яҡшыртыу саралары (Мостафина), вуз һәм мәктәптәр дуҫлығы (Чанбарисов) т‑да һ.б. докладтар м‑н сығыш яһала.

7‑се У.с. 1978 й. 30 мартында үтә. Республика халыҡ мәғарифы органдарының һәм мәктәптәренең бурыстары т‑да доклад м‑н сығыш яһала (БАССР мәғариф министры С.Ш.Йыһаншин). Съезд эшендә Ахунйәнов, Ә.М.Мирзаһитов, Солтанов, М.З.Шакиров һ.б. ҡатнаша.

8‑се У.с. 1987 й. апр. үтә. Үҙгәртеп ҡороу юлында мәктәптең торошо (С.Ғ.Сөләймәнова), эшсе алмашты заманса талаптар кимәлендә әҙерләү т‑да (БАССР‑ҙың проф.‑техник белем биреү б‑са Дәүләт ком‑ты рәйесе Г.В.Сабитов) докладтар һ.б. м‑н сығыш яһала.

9‑сы У.с. БР‑ҙа 2001 й. 12—13 ғин. үтә. Мәғариф системаһының хәҙ. торошо һәм үҫеш перспективалары т‑да доклад м‑н сығыш яһала (БР халыҡ мәғарифы министры Ғ.М.Мөхәмәт- йәнова). Милли белем биреү, ауыл мәктәптәре үсеше, мәғариф системаһын кадрҙар м‑н тәьмин итеү мәсьәләләре һ.б. тикшерелә. Съезд эшендә БР Президенты М.Ғ.Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе К.Б.Толкачёв, БР Премьер‑министры урынбаҫары Х.Х.Ишмора- тов, РФ мәғариф министрының 1‑се урынбаҫары А.Ф.Киселёв, ш. уҡ Р.Ғ.Буканова, М.Кәрим һ.б. ҡатнаша. Съезда БР мәғариф системаһы үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнә: быуындарҙың тарихи күсәгилешлеген тәьмин итеү, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү, балаларҙы һәм йәштәрҙе төрлө яҡлап үҫтереү һ.б.

10‑сы У.с. 2010 й. 25—26 мартында үтә. БР Президенты Рәхимов, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Мәғарифта дәүләт сәйәсәте департаменты дир. И.М.Реморенко, БР мәғариф министры З.А.Аллая- ров докладтар м‑н сығыш яһай. Йәштәрҙе тәрбиәләү, полиэтник мөхиттә туған һәм дәүләт телдәренә уҡытыу, уҡытыусының проф. компетентлылығы, белем сифатын баһалау системаһын камиллаштырыу проблемалары һ.б. тикшерелә. Съезд эшендә БР Хөкүмәте Премьер‑министры Р.С.Сарбаев, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Толкачёв, ш. уҡ Р.М.Әсәҙуллин һ.б. ҡатнаша. Съезда БР мәғариф системаһы үҫешенең төп бурыстары билдәләнә: уҡытыусы профессияһының абруйын һәм соц. статусын күтәреү, дөйөм белем биреүҙе модернизациялау б‑са ғәмәлдәр планын эшләү, белем сифатын баһалауҙың һөҙөмтәле системаһын булдырыу һ.б.

Р.З.Алмаев, Л.Ш.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019