Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕМӘС УРТА МӘКТӘБЕ

Просмотров: 976

ТЕМӘС УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1864 й. 1 класлы урыҫ мәктәбе булараҡ асыла, 1874 й. алып земство урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы, 1905 й. — 2 класлы халыҡ уч‑щеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс, 1925 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1956 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, хеҙмәтләндереүсе һәм техник хеҙмәт оҫтаханалары, производствоға өйрәтеү кабинеты, мед. пункты, уҡытыу‑тәж. участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Аҡмулла, Б.Ә.Йосопова, Б.М.Мәмбәтҡолов, С.Ғ.Сөләймәнова, М.Д.Халиҡов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Уҡыу йортон 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында Р.И.Ирназаров, Ғ.Х.Ирназарова, В.Б.Йосопов, М.Н.Ҡәҙерғолов, Р.Ә.Мортазин, Мәмбәтҡолов, Сөләймәнова, Р.Ә.Фәсхетдинов. Мәктәп бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусылар Р.Р.Әбделкәримов һәм Р.Р. Әбсәләмовҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған (2007).

З.К.Ғәйнанова, Р.И.Үтәғолов

Тәрж Ә.Н. Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019