Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕХНИК ДИАГНОСТИКА

Просмотров: 1039

ТЕХНИК ДИАГНОСТИКА, объекттың техник торошон билдәләү. Объект торошон тикшереү һәм прогнозлауҙы, төҙөк булмаған урындарҙы һәм боҙолоу сәбәбен асыҡлауҙы үҙ эсенә ала. Т.д. мәғлүмәттәре объектты (ҡаҙандар, магистраль газ торбалары, нефть продукттарын үткәргестәр, нефть үткәргестәр, пар үткәргестәр, резервуарҙар, энергия ҡулайламаларының турбиналары һ.б.) эксплуатациялауҙың хәүефһеҙ режимдарын табыу өсөн файҙаланыла, ремонт эштәрен планлаштырған ваҡытта иҫәпкә алына. Объекттың торошон контролдә тотоу ысулдары иҫәбенә торба эсендәге ультратауыш һәм магнит дефектоскопияһы (коррозия һөҙөмтәһендә металл юғалтыуҙы билдәләй), акустик‑эмиссион (ярыҡтар һ.б. дефекттар) һәм электрометрик (изоляция япмаһының боҙолған урындары) диагностика индерелә. Төҙөк булмаған урындар визуаль тикшерелә һәм ультратауыш ысулы м‑н торбаның ҡалынлығы үлсәнә. Һыу аҫты үткәргес торбалары даими тикшерелә. Башҡортостанда 20 б. 70—80‑се йй. Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтында магистраль нефть үткәргестәр өсөн автоматлаштырылған Т.д. саралары, УКИ ер аҫты үткәргес торбаларының изоляцияһын тикшереү ҡулайламаһы, УТН нефть торбаларында ультратауыш тишек эҙләгесе, АСДТ тибындағы профиль үлсәгес һ.б. уйлап табыла. БР‑ҙың газ һәм нефтехимия сәнәғәттәрендә тышҡы (ер өҫтө) һәм эскә индереп ҡуйылған диагностик приборҙар һәм комплекстар ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Техник хеҙмәтләндереү.

Әҙәб.: С у л т а н о в  М.Х. Долговечность магистральных трубопроводов. М., 2005.

М.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: