Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕХНОЛОГИК ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР

Просмотров: 957

ТЕХНОЛОГИК ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР, етештереү процестарында һәм сәнәғәт ҡорамалдарын эксплуатациялаған ваҡытта файҙаланыла торған үткәргес торбалар. Күсерелә торған матдәнең төрө б‑са һыу, газ, май, пар, нефть үткәргестәр, нефть продукттарын үткәргестәр һ.б.; торбаларҙың материалы б‑са — ҡорос, быяла, пластмасса һ.б.; урынлашыуы б‑са — цех эсендәге, цех‑ара, бәйләүсе; шартлы баҫымы б‑са — баҫымһыҙ, вакуумлы (0,1 МПа тиклем), түбән (0,1—1,5 МПа), уртаса (1,6—10 МПа) һәм юғары (10 МПа ашыу) баҫымлы; эш мөхитенең т‑раһы б‑са — эҫе (50°С ашыу) һәм һалҡын (50°С тиклем); мөхиттең агрессивлығы б‑са бер аҙ, уртаса һәм үтә агрессив мөхите булған Т.ү.т. һ.б. айырыла. Агрессив мөхиттәрҙе күсереү өсөн коррозияға сыҙамлы материалдар м‑н футеровкаланған, ныҡ легирланған ҡоростан, төҫлө металдарҙан һәм уларҙың иретмәләренән, пластмассанан яһалған торбалар ҡулланыла. Күсерелә торған продукттың т‑раһын тотоу, Т.ү.т. өҫтөн һалҡындан һ.б. һаҡлау өсөн йылылыҡ изоляцияһы файҙаланыла. Т.ү.т. химия, нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәттәре пр‑тиеларында, йылылыҡ электростанцияларында һ.б. эксплуатациялана. Т.ү.т. махсуслаштырылған төҙөлөш пр‑тиеларында монтажлана. Башҡортостанда Т.ү.т. монтажлау өлкәһендә иң ҙур пр‑тие булып “Востокнефтезаводмонтаж” ААЙ тора. Респ. химия һәм нефть машиналары эшләү пр‑тиелары торбаларҙы тоташтырыу деталдәренең ҙур ассортиментын сығара (ҡара: Нефтехимия аппараттары төҙөү). 1948 й. алып “Гидравлика” ФДУП‑ында тутыҡмай торған ҡоростан һәм тефлондан һығылмалы үткәргес торбалар етештерелә, улар кислород үткәргестәрҙә, криоген техникаһында, пар м‑н вулканизациялау престарында, парҙа эшләгән энергия ҡулайламарында һ.б. ҡулланыла. 1985 й. ӨДАТУ‑ла Т.ү.т. инергә юлы ҡыйын булған урындарын юғары т‑ра файҙаланып эшкәртергә мөмкинлек биргән һығылмалы индуктор уйлап табыла.

А.М.Аҡбирҙин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: