Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАНКИНГ РАДИОЭЛЕМТӘ

Просмотров: 831

ТРАНКИНГ РАДИОЭЛЕМТӘ, проф. радиоэлемтә төрө; портатив, автомобиль һәм стационар радиостанциялар ярҙамында башҡарыла. Симплекслы (ҡабул итеү йәки тапшырыу) һәм дуплекслы (бер үк ваҡытта ҡабул итеү һәм тапшырыу, махсус мәсьәләләрҙе хәл итеү) режимдары бар. Т.р. селтәренең бер (бер зоналы) йәки бер нисә (күп зоналы селтәр) база станциялары була. Тәғәйенләнеше б-са федераль, корпоратив һәм коммерция; сигналдың төрө б‑са — аналоглы һәм цифрлы (киң элемтә хеҙмәтен күрһәтә, ш. иҫ. мәғлүмәтте шифрлауҙың ҡулланыусы эшләгән алгоритмдарын һ.б. файҙаланыу мөмкинлеген бирә) Т.р. системалары айырыла. Элемтәнең ышаныслы, хәүефһеҙ булыуын, йышлыҡ ресурсын һаҡсыл тотоноуҙы, бик тиҙ тоташтырыуҙы һ.б. тәьмин итә. Башҡортостанда 1994 й. “Уфаводоканал” пр‑тиеһында Т.р. ACTIONET тибындағы ведомство системаһын булдырыу эштәре башланған; 1955—97 йй. ике база станцияһы булған (250 абонент) Т.р. системаһы сафҡа индерелгән, ул стационар һәм күсмә объекттар араһында оператив элемтә, авария һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында элемтә булдырыу, һыу м‑н тәьмин итеү, һыу бүлеү режимдарына идара итеү мөмкинлектәрен һ.б. биргән. 1988 й. алып пр-тиеларға, ш. иҫ. “Уралсибнефтепровод”, “Телекомнефтепродукт” ААЙ‑ларына (икеһе лә — Өфө), һәм халыҡҡа Т.р. хеҙмәтен Урал производство-техник элемтә идаралығы (Өфө, “Связьтранснефть” ААЙ филиалы) күрһәтә. 1999—2000 йй. “ЭХО” ААЙ (Өфө) тарафынан Архангел, Балаҡатай, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы, Әлшәй р‑ндарында, Баймаҡ ҡ., Миәкә р‑нының Ҡырғыҙ‑Миәкә а., шулай уҡ “Башнефть”, “Каучук”, “Салаватнефтемаш” һ.б. пр‑тиеларҙа Т.р. селтәрҙәре төҙөлә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: