Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАНСФОРМАТОР ПОДСТАНЦИЯҺЫ

Просмотров: 1050

ТРАНСФОРМАТОР ПОДСТАНЦИЯҺЫ, электр энергияһын тапшырыу һәм бүлеү өсөн электр селтәрендәге көсөргәнеште үҙгәрткән электр ҡоролмаһы йәки ҡоролмалар йыйылмаһы. Көс биреү трансформаторынан, оператив ток сығанаҡтарынан, бүлеү һәм ярҙамсы ҡоролмаларҙан тора. Тәғәйенләнеше б‑са арттырыусы һәм түбәнәйтеүсе Т.п. айырыла. Арттырыусы Т.п. электростанцияларҙа генератор көсөргәнешен (0,4—20 кВ) алыҫ араларға тапшырыу өсөн магистраль электр энергияһы тапшырыу линияларының көсөргәнешенә тиклем (35, 110, 220, 330, 500 һәм 750 кВ) арттырыу; түбәнәйтеүсе Т.п. — 35—750 кВ көсөргәнеште ҡулланыу кимәленә тиклем (0,4; 6,0; 10 кВ) үҙгәртеү өсөн торама пункттар эргәһендә һәм пр‑тиеларҙа урынлаштырыла. Коммуналь‑көнкүреш ҡулланыусыларҙы тәьмин итеү өсөн бүлеү селтәрҙәре көсөргәнешен (6 йәки 10 кВ) 380 В тиклем үҙгәрткән трансформатор пункттары селтәре төҙөлә. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. тәүге Т.п. (90‑сы йй. һүтелгән ГПП‑2 һәм хәҙ. ГПП‑1 төп күсереп ялғау пункты) Өфө үҙәк электр станцияһын хеҙмәтләндереү өсөн урынлаштырылған. Көсөргәнеше 35—500 кВ булған яҡынса 600, ш. иҫ. “Аксаков‑220” (1962), “Бекетов‑500” (1966), “Беүә‑500” (1983), “Өфө‑500” (1998) үҙәк Т.п., һәм бөтә респ. терр-яһын электр м‑н тәьмин иткән 20 меңдән ашыу трансформатор пункты файҙаланыла. 2004 й. алып “Электроаппарат” з-ды тарафынан комплектлы Т.п., бүлеү ҡоролмаларының ячейкалары (6, 10, 20 кВ) һәм номиналь тогы юғары булған түбән көсөргәнешле бүлеү ҡоролмалары сығарыла; киоск тибындағы Т.п. (йылытылған хеҙмәтләндереү коридоры бар), комплектлы бүлеү ҡоролмаларының ячейкалары һәм бер йүнәлештә хеҙмәтләндерелгән техник характеристикалары киңәйтелгән йыйылма камералар, түбән вольтлы комплектлы ҡоролмалар һ.б. уйлап табыу б‑са эштәр алып барыла. Өфө трансформаторҙар заводы 2009 й. алып комплектлы Т.п. һәм бүлеүсе көс биреү трансформаторҙарын етештерә.

Ш.Р.Әбдрәшитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: