Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРУШИН Владимир Алексеевич

Просмотров: 980

ТРУШИН Владимир Алексеевич (8.10.1936, Һарытау өлкәһе Борисоглебовка а. — 18.5.2019, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1965 й. тиклем 100‑сө почта йәшниге инженер‑конструкторы (Өфө ҡ.). 1968 й. алып ӨДАТУ‑ла (1985—87 йй. квалификация күтәреү факультеты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге авиация турбиналары көрәксәләрен һыуытыу, стационар булмаған йылы алмашыу, турбиналы һыуытыу техникаһы һ.б. өлкәһендә тикшеренеүҙәргә арналған. Т. тарафынан плёнка һәм һауа ярҙамында йылы һаҡлау өйрәнелгән, үтә күренмәле моделдәрҙе файҙаланып турбиналарҙың көрәксәләрен һыуытыу схемалары уйлап табылған, компланар каналлы йылы алмаштырғыстарҙың габариттарын проект буйынса иҫәпләү ысулы, турбиналарҙың ҡыҙҙырыу торбалары һәм көрәксәләре өсөн күп ҡатлы һәм компонентлы йылы һаҡлағыс ҡаплауҙарҙың йылы үткәреүсәнлеген хисаплау ысулдары эшләнгән. 

Х е ҙ м.: Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙ.).

Ф.Ғ.Бәкеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Ф.Ғ.Бәкеров
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022