Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРЕФТАЛОИЛХЛОРИД

Просмотров: 1081

ТЕРЕФТАЛОИЛХЛОРИД, С6Н4(СОCl)2, терефталь (бензол-1,4-дикарбон) к‑таһы дихлорангидриды. Ҡырҡыу еҫле төҫһөҙ кристалл, tиреү 82 °С, tҡайнау 266 °С, t тоҡаныу152 °С (асыҡ тигелдә); шыйыҡ хәлдә тығыҙлығы 1325 кг/м3 (90°С). Диэтил эфирҙа, бензолда, ацетонда, дүрт хлорлы углеродта, бензинда эрей. Һыуҙа, кислоталарҙың һәм нигеҙҙәрҙең һыулы эретмәләрендә терефталь к‑таһына тиклем гидролизлана; ҡатмарлы эфирҙар һәм терефталь к‑таһы амидтары барлыҡҡа килтереп, спирттар һәм аминдар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешә. Урында ҡуҙғытыу йоғонтоһо бар; ПДК‑һы 0,1 мг/м3. Сәнәғәттә Т. гексахлор‑п‑ксилолды һыуҙа гидролизлап (110—120 °С) йәки уны терефталь к‑таһы м‑н хлорлы тимер ҡатнашлығында үҙ‑ара тәьҫир итештереп (85—120 °С) продуктты артабан ҡыуыу һәм тәңкәләндереү юлы м‑н алына. Т. — полиамидтарҙы, полиарилаттарҙы (ҡара: Юғары температураға сыҙамлы полимерҙар), пластификаторҙарҙы (мәҫ., полидиаллилфталаттар), дарыуҙарҙы, буяуҙарҙы синтезлағанда аралаш продукт; полиуретандар һәм полисульфидтар өсөн ялғай торған агент. Т. хлорлап тетрахлортерефталь к‑таһы дихлорангидриды һәм гексахлорбензол алына. Башҡортостанда 1998 й. “Каустик” ЯАЙ‑ның ғилми-технология үҙәгендә “Синтезпроект” ААЙ (Мәскәү) м‑н берлектә Т. етештереү б‑са пилот ҡулайламаһын (ҡеүәте йылына 35 т) эксплуатацияға индереү б‑са эштәр башлана. 2000 й. алып “Каустик” ААЙ‑нда РФ‑та берҙән‑бер Т. производствоһы (йылына 300 т) үҙләштерелә. Т. Каменск-Шахтинский, Мытищи ҡҡ. оҙатыла.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: