Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҒЫУЛЫҠТЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

Просмотров: 1023

ЯҒЫУЛЫҠТЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, сифаттарын яҡшыртыу, әүерелеү дәрәжәһен күтәреү һәм сәнәғәттә ҡулланыу өсөн химик продукттар алыу маҡсатында углеводород сеймалын (тәбиғи­газ, нефть, ҡаты­ яғыулыҡ) һәм уның беренсел эшкәртеү продукттарын термик тарҡатыу технологик процесы. Я.т.ы.м.э. тик юғары т‑ралар тәьҫирендә (термик процесс) катализаторҙар (термокаталитик), водород (гидрокаталитик һәм гидротермик), кислород (термоокисланыу) ҡатнашлығында башҡарыла ала. Термик процестарға термик крекинг: висбрекинг, кокслаштырыу, пиролиз, ш. уҡ пектар һәм техник ­углерод алыу өсөн термолиз; термокаталитик — каталитик­ крекинг, гидрокаталитик — гидрокрекинг, каталитик риформинг, изомерлаштырыу, гидротаҙартыу (ҡара: Нефть­ продукттарын ­таҙартыу); гидротемик — ҡаты яғыулыҡтарҙы гидрогенизациялау (ҡара: Синтетик­ шыйыҡ­ яғыулыҡ), гидровисбрекинг, гидропиролиз; термоокисланыу процестарына окисланыу дегидроконденсацияһы, углеводород­газдарын конверсиялау, ҡаты яғыулыҡтарҙы һәм нефть ҡалдыҡтарын пар‑һауа м‑н газификациялау инә. Я.т.ы.м.э. ваҡытында углеводородтарҙың деструкцияһы, деалкиллаштырыу, дегидрирлау, дегидроцикллау һ.б. бара. Еңел углеводородтар сеймалын термик эшкәртеү юлы м‑н олефиндар һәм ароматик углеводородтар (нефтехимия ­синтезы сеймалы); нефть фракцияларын — юғары сифатлы бензиндар, битумдар, дизель­ яғыулығы, кәрәсин‑газойль фракцияһы, кокс, мазут, майлағыс майҙар һ.б.; һоро­күмер, таш­ күмер, янар­һәүерташтар, торфтан­ — шыйыҡ яғыулыҡтар, бензол һ.б.; үҙағасты пиролизлау юлы м‑н метил ­спирты, уксус­ кислотаһы­ һ.б. алына. Башҡортостанда Я.т.ы.м.э. процестары бөтә газ һәм нефть эшкәртеү з‑дтарының технологик системаларына индерелгән. Тәүге үҙағасты термик эшкәртеү ҡулайламаһы 1918 й. Әшә урман‑химия з‑дында (Өфө губ.), нефть сеймалын — 1940 й. Өфө НЭЗ‑ында, углеводород газдарын термик эшкәртеү ҡулайламаһы 1943 й. 89‑сы пиролиз з‑дында (ҡара:­Ишембай­ катализаторҙар­ махсуслаштырылған­ химия ­заводы) эшләй башлай. 50‑се йй. аҙ. 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим­ Салават”) ҡаты яғыулыҡты термик эшкәртеү ҡулайламаһы төҙөлә. Я.т.ы.м.э. процестарын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 50‑се йй. башлап Нефтехимия ­эшкәртеү­ институтында, Нефть­ техник­ университетында алып барыла.

А.Ф.Әхмәтов

Тәрж.­ Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: