Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАНСКРИПЦИЯ

Просмотров: 1197

ТРАНСКРИПЦИЯ (лат. transcriptio, күсереп яҙыу), 1) яңғырашты макс. теүәл итеп биреү маҡсатында махсус тамғалар ярҙамында телдән әйтелгән телмәрҙе яҙма теркәү ысулы. Фонематик Т. (һүҙҙәрҙең фонемалар составын фонемаларҙың позицион‑комбинаторлы үҙгәрештәрен иҫәпкә алмайынса тапшырыуға нигеҙләнә) һәм фонетик Т. (һүҙҙәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең өн составын, баҫым урынын һәм позицион‑комбинаторлы үҙгәрештәрен сағылдырып, теүәл тапшырыуға нигеҙләнә) айырыла. Тел‑ара фәнни Т., ғәҙәттә, махсус хәрефтәр һәм диакритик тамғалар м‑н тулыландырылған латин алфавиты ҡулланыла, текст квадрат йәйәләр эсенә алына. Иң киң таралған Т. системаһы — латиницаға нигеҙләнгән Халыҡ‑ара фонетик ассоциацияның универсаль алфавиты. Кириллица яҙыулы телдәр өсөн ш. уҡ кириллицаға нигеҙләнгән Т. системаһы ҡулланыла. Фонетик Т. төп ҡағиҙәләре: һәр бер тамға бер өндө аңлатыу өсөн ҡулланыла; баш хәрефтәр ҡулланылмай; пунктуация ҡағиҙәләре иҫәпкә алынмай; оҙон паузалар параллель вертикаль ике һыҙыҡ [||], ҡыҫҡа — бер һыҙыҡ [|], үтә ҡыҫҡа — тулҡынлы һыҙыҡ м‑н [ ] бирелә; диакритик тамғалар ҡулланыла: хәреф өҫтөндәге тура һыҙыҡ [-] тартынҡының оҙон булыуын, апостроф ["] — тартынҡының йомшаҡлығын күрһәтә һ.б. Башҡорт теленең фонетик Т. хәҙ. башҡ. алфавитына нигеҙләнгән. “О” графемаһы аша бирелгән өндәр өсөн төп башҡ. һүҙҙәрендә [о°], урыҫ теленән һәм урыҫ теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә [о] тамғаһы ҡулланыла: “болот” б[о°]л[о°]т, “спорт” сп[о]рт; “ы” — [ыи] һәм шуға ярашлы [ы]: “һыу” һ[ы]у, “вышка” в[ыи]шка; “э” — [эе] һәм шуға ярашлы [э]: “эт” [эе]т, “эпос” [э]пос; [у˘] һәм [ү˘] билдәләре м‑н һүҙ башында “в” хәрефе м‑н бирелгән тартынҡы өндәрҙе һәм һүҙ уртаһындағы, аҙағындағы “у”, “ү” хәрефтәрен билдәләйҙәр: “ваҡыт” [у˘]аҡыт, “тауыҡ” та[у˘]ыҡ, “икәү” икә[ү˘]; ҡыҫҡалыҡ билдәһе [˘] ҡыҫҡа һуҙынҡылар өҫтөнә ҡуйыла: “ярылған” яр[ы˘]лған һ.б. Шулай уҡ ғәмәли Т. — сит тел һүҙҙәрен уларҙың әйтелешен күҙ уңында тотоп милли алфавит ярҙамында яҙыу айырыла. Нигеҙҙә тәржемә ителмәгән сит ил һүҙҙәрен, башлыса, эквивалентһыҙ лексиканы, геогр. атамаларҙы, кеше исемдәрен һәм фамилияларын биреү өсөн ҡулланыла. Ғәмәли Т. һәр бер тел өсөн индивидуаль, унда был телдең алфавитында булмаған махсус тамғалар юҡ. 2) Т р а н с л и т е р а ц и я, бер график системаның текстарын һәм айырым һүҙҙәрен башҡа система саралары ярҙамында хәрефтәр м‑н тапшырыу. Транслитерация универсаль, ул ниндәй ҙә булһа тәғәйен телгә түгел, ә билдәле график системаға йүнәлтелгән; тәғәйен милли алфавиттың график саралары м‑н сикләнмәй, унда махсус хәреф һәм диакритик тамғалар ҡулланылырға мөмкин. Мәҫ., башҡ. телендә булмаған [ ] ғәрәп аффрикаты [дж] ҡушылмаһы м‑н, фарингаль [ ] һәм эмфатик [ ] — шуға ярашлы диакритик тамғалы [х. ] һәм [т. ] хәрефтәре м‑н бирелә. Транслитерация башҡа график системаны механик рәүештә хәреф м‑н тапшырыу түгел, ул һүҙҙең боронғо яңғырашын иҫәпкә ала. Транслитерация текстологияла (мәҫ., ғәрәп яҙмаһында һәм латиницала яҙылған йәки баҫылған башҡ. фольклоры һәм башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрен нәшер иткәндә), ш. уҡ тел‑ара фәнни һәм ғәмәли тикшеренеүҙәрҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Әҙәб.: С у п е р а н с к а я А.В. Теоретические основы практической транскрипции. М., 1978.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: