Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УГЛЕВОДОРОДТАР

Просмотров: 1489

УГЛЕВОДОРОДТАР, молекулалары углерод һәм водород атомдарынан торған органик берләшмәләр. У. — нефть, углеводород газдары, газ конденсаты һ.б. төп компоненттары. Төҙөлөшөнә ҡарап алифатик (углерод атомдары һыҙыҡлы, мәҫ., н‑пентан, йәки тармаҡлы мәҫ., изо‑пентан, сылбыр барлыҡҡа килтерә,) һәм циклик (3 йәки унан күберәк углерод атомдарынан циклдар; ҡара: Алициклик берләшмәләр, Ароматик берләшмәләр, Полициклик берләшмәләр) У. айырыла. Ябай йәки теүәл бәйләнеше б‑са алифатик У. туйындырылған (алкандар) һәм туйындырылмаған төрҙәргә (олефиндар, диен углеводородтары, ацетилен һәм уның сығарылмалары) бүленә. Гомологик рәттәр барлыҡҡа килтерә. Түбән У. — газ йәки шыйыҡсалар, юғарылары — ҡаты матдәләр. Туйындырылған У. реакцияларға аҙ һәләтле; химик үҙгәрештәр С—С (термолиз, крекинг, пиролиз, тарҡалыу) йәки С—Н бәйләнешен (дегидрирлау, ирекле‑радикал алмашыныу реакциялары) өҙөп үтә. Туйындырылмаған У. теүәл бәйләнеш ҡатнашлығында электро‑, нуклеофил, радикал ҡушылыу, алкил урын алмаштырыусылар ҡатнашлығында — ирекле‑радикал алмашыныу реакцияларына; ароматик У. бензол ҡулсаһы ҡатнашлығында — ҡушылыу һәм электрофиллы алмашыныу, ҡыр сылбыры ҡатнашлығында — ирекле‑ радикал алмашыныу, электрофиллы ҡушылыу реакцияларына инә; окисланғанда ароматик альдегидтар, кетондар, карбон к‑талары, гидропероксидтар һ.б. барлыҡҡа килтерә. У. ҡатышмалары нефть ҡыуыу, термик крекинг, пиролиз, гидрирлау ҡулланыу, тәбиғи газдарҙы, һоро күмерҙе һәм янар һәүерташтарҙы эшкәртеү, таш күмерҙе кокслаштырыу, индивидуаль булғандары — алкиллаштырыу, каталитик крекинг, платформинг, углерод һәм водород оксидынан синтезлау юлдары, каталитик риформинг һ.б. ярҙамында алына. Мотор яғыулығы, нефтехимия синтезы өсөн сеймал, тармаҡлы алкандар — юғары октанлы өҫтәмәләр итеп ҡулланыла. Туйындырылмаған У. — полимерҙар, синтетик каучук етештереүҙә мономер, һеркә к‑таһы, акрилонитрил, винилхлорид, дарыуҙар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр һ.б. етештереүҙә; алкиллаусы агент сифатында файҙаланыла; ацетилен — ҡара металдарҙы иретеп йәбештереү һәм ҡырҡыу һ.б. өсөн ҡулланыла. Ароматик У. нигеҙендә уларҙың алкил‑, кислород‑, галоид‑, азот тотороҡло сығарылмалары; алкилароматик У. нигеҙендә — синтетик йыуыу саралары, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр; диалкилароматик У. нигеҙендә — ион алмаштырыусы ыҫмалалар сығарыла. Башҡортостанда Өфө һәм Яңы Өфө НЭЗ‑дарында, “Салаватнефтеоргсинтез” (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) һәм “Уфанефтехим” ААЙ‑ларында бензин һ. б. нефть продукттары сығарыла. У. полиэтилен, полипропилен, синтетик каучуктар, полиизопрен, этил спирты, бутил спирттары, синтетик май спирттары, этилен окисы, аллилхлорид, кумол, полиэтилентерефталат, эреткестәр, пластификаторҙар, техник углерод, амидлы ыҫмалалар, галоген‑углеводородтар алыр өсөн ҡулланыла.

Әҙәб.: П а у ш к и н Я.М. Нефтехимический синтез в промышленности. М., 1966; Химия алкенов. Л., 1969.

М.Ғ.Сәфәров

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: