Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСЕМ

Просмотров: 1040

ИСЕМ, предмет төшөнсәһен белдергән үҙ аллы һүҙ төркөмө. Хәҙ. башҡорт телендә уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ И. бар. Уртаҡлыҡ И. предмет һәм күренештәрҙең дөйөмләштерелгән атамаһын белдерә, мәҫ.: “апай”, “йылға”, “ҡала”; яңғыҙлыҡ И. башҡалар араһынан билдәле бер предметты йәки күренеште айырып күрһәтеү өсөн ҡулланыла: “Зөбәржәт апай”, “Ағиҙел йылғаһы”, “Өфө ҡалаһы”. И. лексик‑семантик төркөмсәләре айырыла: 1) конкрет: “ат”, “дәфтәр”; 2) абстракт: “бәхет”, “тыныслыҡ”; 3) әйбер: “ҡом”, “һыу”; 4) йыйнау: “көтөү”, “халыҡ”; 5) туғанлыҡ мөнәсәбәттәре: “атай”, “әсәй”; 6) хайуан атамалары: “быҙау”, “эт” һ.б. Ярҙамсы һүҙ сифатында ҡулланыла ала: “аҫ” — “ер аҫты”, “аҙаҡ” — “йыл аҙағы”. Башҡ. телендә И. билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы, эйәлек категорияһы, килеш, хәбәрлек категорияһы, һан хас; һөйләмдә башлыса эйә һәм тултырыусы булып килә (ҡара: Синтаксис).

Г.Р.Абдуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019