ГАСТЕЛЛО Н.Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ СПОРТ КЛУБЫ
ГАСТЕЛЛО Н.Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ СПОРТ КЛУБЫ, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә ҡарай. Өфөлә урынлашҡан. 1962 й. төҙөлә. Гастелло Н.Ф. исемендәге стадионы, спорт залы м-н физик культура йорто (25х16 м), еңел атлетика манежы (54х8 м), атыу тиры, баскетбол майҙаны, саңғы базаһы, теннис корты, күнекмәләр өсөн 2 футбол майҙаны, хоккей майҙаны, Павловка һыуһаҡлағысы ярында балалар һауыҡтырыу лагеры һ.б. бар. Футбол б-са ДЮСШ, армспорт, биатлон, бокс, грек-рим көрәше, еңел атлетика, пуля менән атыу һәм художестволы гимнастика бүлексәләре булған комплекслы ДЮСШ, ш. уҡ һунарсылар һәм балыҡсылар, шахмат-шашка клубтары эшләй. Тәрбиәләнеүселәре араһында М.М.Абдуллин, Г.В.Блинкова, С.Р.Ғәниев, Л.И.Дюпина, Н.Н.Ерофеева, В.А.Киселёв, С.В.Кожевников, П.И.Муслимов, Н.В.Рухтин, Р.Р.Сираев, ш. уҡ 100‑ҙән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Клуб м-н тренерҙар Р.Х.Ғәниев, В.С.Иванова, Р.Н.Латипов, В.Б.Локтаев, Н.И.Митькин, Р.А.Мөниров, О.М.Очеретянная, Н.Я.Попов, П.М.Прохоров, Г.В.Хрюкин, П.К.Ямалиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
А.М.Фёдоров
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина