Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАДИОНДАР

Просмотров: 1227

СТАДИОНДАР (гр. stadion — спорт ярыштары өсөн урын), тамашасы өсөн трибуналар м‑н уратып алынған спорт йәҙрәһен (футбол яланы, еңел атлетика өсөн йүгереү юлдары, һикереү һәм ырғытыу урындары), спорт уйындары һәм гимнастика өсөн майҙансыҡтарҙы үҙ эсенә алған комплекслы спорт ҡоролмалары. Башҡортостанда беренсе С. 1934 й. Өфөлә төҙөлә (ҡара: “Динамо”). Иң ҙур С.: “Нефтсе”, “Төҙөүсе”, Гастелло Н.Ф. исемендәге стадион (бөтәһе лә — Өфө), Октябрҙең 50 йыллығы ис. стадион (10500 тамашасыға иҫәпләнгән; Салауат ҡ.), “Торос” (Нефтекама ҡ.), “Содовик” (6200; Стәрлетамаҡ ҡ.), “Стадион”, “Нефтсе” (Ишембай ҡ.) һ.б.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: