УҠ АТЫУ
УҠ АТЫУ, атыу спорты төрө, 4 дистанцияла (30 м алып 90 м тиклем) 36 уҡ м‑н стационар сәпкә (диам. 80—122 см) тейҙереү б‑са ярыш. Башҡортостанда У.а. үҫеше 1969 й. Бөрө пед. ин‑ты эргәһендә тәүге секция асылыуға бәйле, унда 1973 й. “Буревестник” ДСО‑һы эргәһендә У.а. б‑са ДЮСШ ойошторола. 1976 й. Мәләүез ҡ. “Уңыш” ДСО‑һы, 1983 й. Өфөлә — “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте эргәһендә секция асыла. Респ. “Буревестник” ДСО‑һы Рәсәй советтары (1975—86) һәм Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте (1989, 1991) беренселектәре һәм чемпионаттары, “Буревестник” ДСО‑һы Үҙәк советтары (1977) һәм Профсоюздар спорт йәмғиәте (1992) чемпионаттары, Бөтә Рәсәй студенттар һәм үҫмерҙәр уйындары (икеһе лә — 1988), РСФСР уҡыусылары спартакиадаһы (1990), Үсмер спортсылар араһында Рәсәй беренселектәре (1992—93, 2011–12); 1973 й. алып йыл һайын Салауат Юлаев призына Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә. Респ. У.а. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — О.С.Микава (1972). Халыҡ‑ара ярыштарҙа И.И.Вилков, В.И.Ильин, О.Г.Королёва, Е.Ю.Правоторов, Д.А.Самойлов, В.Н.Трапезников, В.С.Федосов һ.б. юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ш. уҡ Р.В.Шакиров — үсмер спортсылар араһында шәхси зачётта донъя беренселегенең көмөш призёры (2007); Е.С.Ворошнина — үсмер спортсылар араһында команда зачётында донъя беренселеге еңеүсеһе һәм донъя рекордсыһы (икеһе лә — 2007), В.Ю.Носков —донъя һәм Европа беренселектәренең көмөш призёры (икеһе лә — 2013), Д.Э.Равилова —Европа кубогын яулаусы, донъя беренселегенең көмөш призёры һәм донъя рекордсыһы (бөтәһе лә — 2016). Респ. Бөрө, Мәләүеҙ, Өфө, Салауат ҡҡ. спорт мәктәптәрендә У.а. б‑са бүлектәр, Сибай ҡ. секция бар, унда 500‑ҙән ашыу кеше шөғөлләнә (2016). 1973 й. алып БР У.а. федерацияһы эшләй. У.а. м‑н тренерҙар Г.Н.Ермолаев, В.А.Красильников, Б.Д.Любимов, Ю.В.Правоторов, З.Ә. Ситдиҡов, Л.А.Федосова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
В.А.Красильников
Тәрж. М.Н.Моратшина