Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУЛЯ МЕНӘН АТЫУ

Просмотров: 1121

ПУЛЯ МЕНӘН АТЫУ, спортта атыуҙың бер төрө, ата торған һәм пневматик ҡоралдан сәпкә атыу. Башҡортостанда П.м.а. 20 б. 20‑се йй. аҙ. Башосоавиахимда (ҡара: Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) үҫешә. 1931 й. П.м.а. “СССР‑ҙа хеҙмәткә һәм оборонаға º´ер” күпбәйге комплексына индерелә. Түшкә таға торған “Ворошилов уҡсыһы” (1931) һәм “Йәш ворошилов уҡсыһы” (1934) билдәләре булдырылғас, П.м.а. киң таралған спорт төрөнә әйләнә. 1935 й. “Динамо” стадионы эргәһендә респ. тәүге атыу тиры төҙөлә. 60‑сы йй. башында ДОСААФ‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендә — респ. РОСТО спорт‑атыу клубы, 1974 й. П.м.а. б‑са балалар һәм үҫмерҙәр спорт-техник мәктәбе һәм “Тыуыш” атыу үҙәге асыла. Респ. РСФСР беренселектәре (1982—84), РСФСР ДОСААФ‑ы чемпионаты (1975) үткән, 1999 й. алып А.П.Банников иҫтәлегенә йыл һайын респ. ярыштары үткәрелә. Халыҡ‑ара ярыштарҙа С.В.Гулак, Ю.Р.Ҡорбанғәлиева, В.И.Слинин, И.А.Соколов, Р.В.Сөләймәнов А.Р.Әхмәтов юғары ҡаҙаныштарға ирешә, З.Н.Миңлеғәлиева Европа чемп. һәм донъя рекордсыһы исемен яулай (1978). Респ. спорт мәктәптәрендә П.м.а. б‑са 4 бүлексә, Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубында һәм ӨДНТУ‑ла секциялар эшләй, унда 300‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2008). 1998 й. башлап БР П.м.а. федерацияһы эшләй.

В.М.Новцев

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019