Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨЙӘҘ

Просмотров: 1388

ӨЙӘҘ, 1) 13 б. — 1708 йй. Рәсәйҙә төп адм.‑терр. берәмек. Ө. аныҡ сиктәре булмаған: Ө. тип эргәһендәге терр‑яһы м‑н ҡала аталған. Улустарға, илдең көнбайышында — засадаларға, губаларға, пятиналарға, сиректәргә, өстән бер өлөшкә; көнсығышта даруғаларға һ.б. бүленгән. 17 б. аҙ. 215‑ләп Ө. иҫәпләнә. 16 б. аҙ. тиклем Ө. м‑н кенәз наместнигы, һуңынан воевода идара итә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалынып, Башҡортостандың төп терр‑яһы Өфө өйәҙе, 17 б. ҡайһы бер өлөштәре Верхотур, Төмән һәм Чердын өйәҙҙәре составына инә.

2) 1708 й. — 20 б. башында Рәсәйҙә адм.‑терр. берәмек. 1708 й. алып губерналар, наместниклыҡтар һ.б. составына инә. Улустарға һәм стандарға бүленә. Ө. үҙәге булып өйәҙ ҡалаһы иҫәпләнә, унда өйәҙ учреждениелары урынлаша. Идара итеү түб. земство судтары (18 б. аҙ. алып), урындағы үҙидаралыҡ дворяндар йыйылыштары, земство йыйылыштары, земство башҡармалары (ҡара: Земстволар) һ.б тарафынан тормошҡа ашырыла. 18 б. 80‑се йй. Башҡортостан терр‑яһында Бәләбәй өйәҙе, Бөрө өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Боғорослан өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе, Екатеринбург өйәҙе, Алабуға өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Ырымбур өйәҙе, Уҫы өйәҙе, Пермь өйәҙе, Сарапул өйәҙе, Сергиевск өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Троицк өйәҙе, Өфө. Ө., Шадринск өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Вольск, Хвалынск һәм Хотинск Ө. (һуңғы 3‑һө Һарытау губернаһы составында), 1865 й. – Златоуст өйәҙе һәмОрск өйәҙе ойошторола. 1919—22 йй. БАССР (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан, Оло Башҡортостан) составына ингән Ө.терр‑ялары кантондарға үҙгәртелә. 1929 й. Ө. бөтөрөлә.

Әҙәб.: Водарский Я.Е. Население России в конце XVII — начале XVIII века (Численность, сословно-классовый состав, размещение). М., 1977 й.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.07.2023