Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРА МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1318

БУРА МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2‑се ярт. — б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. 1901 й. В.А.Городцов тарафынан асыла, ҡәберлектәрҙәге бүрәнә ҡоролмалар б‑са атала. Башҡортостанда Б.м. ҡараған 300‑ҙән ашыу торама һәм 100‑ҙән ашыу ҡәберлек табыла, улар Ағиҙел, Дим, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы), Нөгөш (Ағиҙел й. ҡушылдығы) йй. басс., Урал, Өршәк йй. үрге һәм урта ағымында тупланған (Айыт торамаһы, Береговка археологик микрорайоны, Бикҡол торамалары, Иштуған ҡурғандары, Ҡарғалы, Ҡасҡын ҡурғандары, Миловка хазинаһы, Яңы Ябалаҡлы ҡәберлеге, Таулыҡай торамаһы, Төбәк, Ябалаҡлы ҡурғандары). Торамалар йылға һәм иҫке үҙән буйҙарында урынлашҡан. 1, 2 камералы ҙур (200 м тиклем) каркас‑бағаналы йәки ике яҡлы ҡыйыҡ м‑н бурап яһалған ярым ер өйҙәр торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика шыма йәки тешле штамп баҫылған, кәкерсәк, өсмөйөш, ҡыя һыҙыҡ, ромб, әүернә биҙәктәре төшөрөлгән көршәк һәм банка рәүе‑ шендәге яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурған аҫты ҡәберҙәре, уларҙың үҙенсәлеге булып ағас таяуҙар, түшәмдәр тора; ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр ҙә осрай (осор аҙағында). Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына һул ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш ятҡырып, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡорал (бронза балталар, хәнйәрҙәр, уҡ башаҡтары, һөңгө остары, таш суҡмарҙар), эш ҡоралдары (ике яғы ла үткерләнгән бронза бысаҡтар, ураҡтар, беҙҙәр, энәләр, ҙур төйҙәле балталар, таштан яһалған иген онтағыстар, төйгөстәр, орсоҡбаш), биҙәүестәр (бронза, ш. иҫ. алтын фольга м‑н көпләнгән, сикә дүңгәләктәре, сулпылар, беләҙектәр, муйынсаҡтар), ат егеү кәрәк‑ярағы табылған. Малсылыҡ, ш. уҡ металл эшкәртеү һәм игенселектең иң ябай төрҙәре м‑н шөғөлләнгәндәр.

Волга һәм Урал йй. араһында Соҡор мәҙәниәте нигеҙендә формалаша. Б.м. вәкилдәре — һинд‑иран ҡәбиләләре, уларҙың Алакүл мәҙәниәте ҡәбиләләре м‑н бәйләнеше теркәлгән. Б.м. ҡәбиләләре иртә тимер быуаттың күсмә ҡәбиләләре (сарматтар, савроматтар, скифтар һ.б.) формалашыу компоненттарының береһе була. Өйрәнеүселәр: В.С.Горбунов, Ю.А.Морозов, М.Ф.Обыдённов, А.Х.Пшеничнюк, Н.Г.Рутто, К.В.Сальников.

Әҙәб.: Морозов Ю.А. Погребальные памятники срубной культуры бассейна реки Дёма (Башкирское Приуралье). Уфа, 2003; Горбунов В.С. Срубная общность Восточной Европы. Уфа, 2006.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019