Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПОРТ ТУРИЗМЫ

Просмотров: 1369

СПОРТ ТУРИЗМЫ, спорт төрө, төрлө ҡатмарлы категориялы йәки класлы туристик маршруттар һәм дистанциялар б‑са ярыштар. Һыу, тау, атлы, йәйәүле һ.б. төрҙәре айырыла; дисциплиналары: спорт маршруттары (ситтән тороп ярышыу, унда спортсылар үҙҙәре геогр. районды, маршруттың оҙонлоғон һәм оҙайлығын, ш. уҡ тотҡарлыҡ һанын һәм ауырлығын билдәләй, еңеүсе мәрәйҙәр иҫәбенә ҡарап билдәләнә) һәм дистанциялар (урында ярышыу, бөтә ҡатнашыусыларға ла билдәләнгән оҙонлоҡ, тотҡарлыҡ һаны һәм ауырлығы теркәлгән полигонда үткәрелә, еңеүсе дистанцияны үтеү ваҡытына һәм штраф мәрәйҙәре һанына ҡарап билдәләнә). Башҡортостанда С.т. 20 б. 20‑се йй. аҙ. алып үҫешә. 1957 й. беренсе туристик клуб ойошторола. 1979 й. Белорет ҡ. эргәһендә пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары араһында Өсөнсө Бөтә Союз ярыштары финалы, 1989 й. Киндерле мәмерйәһе эргәһендә спелеотуристар араһында Бөтә Союз ярыштары һәм Ғафури р‑ны Ташаҫты а. эргәһендә туристик күҙәтеү‑ҡотҡарыу хеҙмәттәре араһында Бөтә Рәсәй ярыштары, 1997 й. велотуристар араһында Рәсәй чемпионаты, 2001 й. инвалид туристар араһында Рәсәй чемпионатыүткәрелә. 2003 й. башлап йыл һайын йәйәүле туризм б‑са Рәсәй кубогы уҙғарыла. Респ. туризм б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — Л.А.Лушников (1966). БР йыйылма командалары — тау (1992) һәм һыу (2001, 2006) төрҙәре б‑са Рәсәй чемп.; ӨДНТУ командаһы — маршруттар б‑са Рәсәй чемп. (2002, 2005), йәйәүле туризмда дистанциялар б‑са вуздар араһында Рәсәй чемп. (2006—07) һәм Рәсәй кубоктарын яулаусы (2007—08). В.А.Киселёв (1992) — тау, А.И.Вахов (2000) һәм М.А.Верхотуров (2001) — һыу, Д.В.Шорников (2002, 2005) һәм И.В.Новосёлов (2003) — йәйәүле, С.В.Новосёлов — саңғы (2008) һәм йәйәүле (2009) төрҙәрендә Рәсәй чемпиондары. Респ. һыу, тау, саңғы, йәйәүле (бөтәһе лә — 1961 й. алып), велосипед (1978 й. алып), спелеотуризм (1997 й. алып), автомототуризм, атлы туризм (икеһе лә — 2005 й. алып), ҡатнаш, елкән (икеһе лә — 2007 й. алып) туризмы б‑са комиссиялар эшләй. С.т. м‑н 58 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2009).

В.А.Киселёв, Д.В.Шорников

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: