Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРИСТИК МАРШРУТТАР

Просмотров: 1392

ТУРИСТИК МАРШРУТТАР, мәҙәни яҡтан танып‑белеү, һауыҡтырыу, спорт һ.б. маҡсаттарҙа тарихи урындарҙы, мәҙәни объекттарҙы, тәбиғәт ҡомартҡыларын һ.б. күрергә теләүсе туристарҙың алдан планлаштырылған йөрөү юлдары. Хәрәкәт йүнәлеше б‑са билдәле, түңәрәк, радиаль һ.б. Т.м.; хәрәкәт итеү ысулы б‑са авто‑, мотомаршрут, велосипед, һыу, тау, ҡатнаш (авто‑, һыу‑йәйәү йөрөү, ат‑һыу‑спелеомаршрут), атлы, саңғыла, йәйәү, ҡарҙа йөрөү, спелеомаршрут (ҡара: Спелеотуризм); хәрәкәт итеү ваҡыты б‑са — йыл әйләнәһенә, бер тапҡыр, сезонлы төрҙәргә бүленә. Башҡортостанда тәүге Т.м. үҙешмәкәр походтар ойошторолоу м‑н бәйле 20 б. 20‑се йй. аҙ. барлыҡҡа килә, 50—70‑се йй. РСФСР‑ҙа тәүге һыу, һыбай, саналы, экологик, спелеомаршруттар, 1958 й. алып туристик судноларҙа йылға круиздары тормошҡа ашырыла. 2009 й. республикала туристик ойошмалар тарафынан эшләнгән һәм ойошторолған 1500‑ҙән ашыу Т.м., ш. иҫ. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы буйлап авто‑, мотомаршруттар, Яҡтыкүлгә — велосипедта, Ағиҙел, Еҙем, Йүрүҙән, Нөгөш, Үрек йй. буйлап — һыуҙа, Шүлгәнташ ҡурсаулығына, Оло Ирәмәл, Бешәтәк, Кесе Ирәмәл тау һырттарына, Николай сиркәүенә, Мораҙым тарлауығына — тау, ҡатнаш, атта, йәйәүле, Киндерле мәмерйәһенә, Октябрь мәмерйәһенә, Салауат Юлаев мәмерйәһенә спелеомаршруттар, Өфө, Бәләбәй, Ғафури, Нуриман, Салауат, Өфө һ.б. р‑ндар буйлап экскурсион маршруттар эшләй.                                                                                         

 

И.В.Лифанова, О.В.Серова

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: