Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРИСТИК СЛЁТТАР

Просмотров: 1033

ТУРИСТИК СЛЁТТАР, бер йәки бер нисә туризм төрө б‑са дистанцияларҙа ярышты, уйын һәм конкурс программаһын үҙ эсенә алған комплекслы саралар. Туристик сезондың башында һәм аҙағында коллективтарҙың туристик маршруттарға әҙерлеген ҡарау смотры кеүек уҙғарыла. Башҡортостанда район, ҡала һәм республика Т.с. 20 б. 50‑се йй. аҙ. алып үткәрелә. 1960 й. Белорет ҡ. эргәһендә 2‑се Бөтә Рәсәй туристар слёты, 1964 й. — Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы эргәһендә Бөтә Рәсәй туристар ҡатнаш слёты, 1976 й. — Ғафури р‑ны Ташаҫты а. эргәһендә 3‑сө Бөтә Рәсәй йәйәүле туристар слёты, 1977 й. — Күгәрсен р‑ны 3‑сө Юлдыбай а. (хәҙ. Мораҙым а.) эргәһендә Бөтә Союз йәйәүле туристар ҡатнаш слёты, 1981 й. — Белорет р‑ны Айғыр разъезы а. (хәҙ. Айғыр а.) эргәһендә “Буревестник” ДСО‑һы Рәсәй советының Комплекслы слёты, 1985 й. — Ишембай р‑ны Маҡар а. эргәһендә 2‑се Бөтә Рәсәй спелеотуристар слёты үткәрелә. 1996 й. Павловка һыуһаҡлағысының Үреш й. тамағы эргәһендә 1‑се, 1997 й. 2‑се Бөтә Рәсәй инвалид туристар слёты үтә.

И.В.Лифанова, О.В.Серова

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: