Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮЗБӘКСТАН

Просмотров: 2547

ҮЗБӘКСТАН, Ү з б ә к с т а н Р е с п у б л и к а һ ы, Урта Азияның үҙәк өлөшөндәге дәүләт. Майҙаны — 447,4 мең км2. Баш ҡалаһы — Ташкент. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 28,5 млн кеше (2013), 82,9%‑ы — үзбәктәр; 3,7 мең башҡорт йәшәй (2013). Рәсми тел — үзбәк теле. Диндарҙарҙың күпселеге — мосолман-сөнниҙәр.

БР һәм Ү. араһында бәйләнештәргә РФ һәм Ү. араһындағы бәйләнештәр сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. БР һәм Ҡарағалпаҡстан Респ. (1936 й. алып Үзбәкстан составында) араһында иҡт. хеҙмәттәшлек принциптары т‑да, БР Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы һәм “Узоптбиржеторг” күмәртә һәм биржа сауҙаһы Үзбәкстан респ. акционерҙар ассоциацияһы араһында сауҙа-иҡт. хеҙмәттәшлек т‑да (икеһе лә — 1998), БР һәм Ү. Сауҙа-сәнәғәт палаталары (2009), БР һәм Ү. Сәмрҡәнд өлк. (2017) араһында хеҙмәттәшлек т‑да килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Башҡортостанға — Ҡарағалпаҡстан Респ. хөкүмәте делегацияһының (1998), Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеүгә бәйле Ү. РФ‑тағы илселәре етәкселегендә Ү. делегацияһының (2007), Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барашы т‑да һөйләшеүҙәр б‑са (2015); хакимиәт башлыҡтары һәм агросәнәғәт комплексы етәкселәре составында Ү. (2010); Ү. Респ. А.х. һәм Һыу хужалығы министрлыҡтары (2012), Ү. РФ‑тағы илсеһе оҙатыуында Сәмәрҡәнд өлк. (2017) делегацияларының рәсми визиттары була. Дәүләт башлыҡтары-ШОС ағҙалары ултырышында һәм БРИКС илдәре дәүләт һәм хөкүмәттәре башлыҡтары осрашыуында ҡатнашыу өсөн Ү. Президенты И.А. Кәримов Өфөгә килгән. БР рәсми делегациялары һәм эшлекле даирә вәкилдәре Ү. була (2001, 2002, 2009, 2014, 2015). Ү. делегаттары 1—4‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнаша. БР‑ҙың БДБ илдәре м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм әйләнешендә Ү. өлөшөнә — 12% (2014) тура килә. БР м‑н Ү. тышҡы сауҙа әйләнеше 127,2 млн АҠШ доллары тәшкил итә. БР‑ҙың Ү. экспорты 71,6 млн доллар; уның тауар структураһында — ағас эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте, химия сәнәғәте, машиналар эшләү, металлургия һ.б. продукциялары өҫтөнлөк итә. Ү. автомобиль, еңел сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы продукцияһы һ.б. импорты 55,5 млн доллар тәшкил итә. 2000 й. Ташкентта берлектәге “УзБашЦентр” сауҙа-иҡт. үҙәге ойошторола. 2015 й. БР терр‑яһында Ү. капиталы йәлеп ителгән 78 берлектәге предприятие (сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, а.х. өлкәһендә) эшләгән.

Башҡортостандың Ү. м‑н күптәнге тарихи бәйләнештәре бар. Ҡайһы бер башҡ. ырыуҙары, ш.иҫ. бөрйән, түңгәүер, үҫәргән, этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се ярт. Һырдаръяның түбәнге ағымына һәм Арал диңгеҙе буйына, 1‑се мең йыллыҡ аҙ. — 2‑се мең йыллыҡ башында Көньяҡ Уралға һәм Урал алдына күсеп киткән Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә ҡарай. 7—9 бб. Һырдаръя һәм Арал буйы далаларында әйле башҡ. ырыуы ата‑бабалары йәшәгән. Башҡорт-мишәр ғәскәре 1839—40 йй. Хиуа походында һәм Коканд походтарында (1852, 1853) ҡатнашҡан. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ы 1920 й. 19 майында “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” декретын ҡабул иткәндән һуң, Башҡорт милли хәрәкәтенең байтаҡ эшмәкәрҙәре Төркөстанда төрки халыҡтарҙың совет власына ҡаршы хәрәкәтенә ҡушылған (ҡара: Баҫмасылыҡ). 1921—22 йй. Ташкентта АСБР‑ҙың Төркөстандағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге эшләгән (ҡара: Башҡорт вәкиллектәре). 1922 й. респ. Ташкенттан аҙыҡ-түлек ярҙамы ебәрелгән (ҡара: Аслыҡ). “Востокнефтепроводстрой” һәм “Нефтепроводмонтаж” пр‑тиелары Бохара—Урал, Урта Азия—Үҙәк үткәргес торбаларын һалыуҙа ҡатнашҡан. 1966—69 йй. БАССР төҙөүселәре Ташкенттағы ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Фирғәнә НЭЗ‑ында БР‑ҙа эшләнгән яйлатып кокслаштырыу, нефть коксын барабан мейесе м‑н ҡыҙҙырыу, айырым сепарация секцияһы м‑н колонна тибындағы нефть битумы етештереү, этилланмаған бензин алыу технологиялары ҡулланыла. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин‑ты һәм Үзбәк ССР‑ы ФА ғалимдары дефолианттар эшләү б‑са берлектә тикшеренеүҙәр алып барған.

Үзбәк шағиры Ә.Науай, яҙыусы А.Мөхтәрҙең әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән, Ә.Һ.Бикчәнтәев, М.Ғәли, М.Кәрим, С.Ҡудаш, Р.Ниғмәти, Д.Юлтый, һ.б. әҫәрҙәре үзбәк телендә нәшер ителгән. Ҡарағалпаҡ АССР‑ында БАССР Әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре (Нукус ҡ., 1976), БАССР‑ҙа Ҡарағалпаҡ әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре (Өфө, 1977), Башҡ. совет әҙәбиәте көндәре (1982), Ү. Башҡ. мәҙәниәте көндәре (2016; икеһе лә — Ташкент), һ.б. үткәрелгән. Ү. Башҡорт драма театры, Башҡорт филармонияһы, Сибай филармонияһы, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, Ҡурсаҡ театры, Опера һәм балет театры һ.б. гастролдәре булған. “Каруанһарай” башҡ. фольклор-эстрада төркөмө — “Шәреҡ ынйыһы” (“Жемчужина Востока”) Халыҡ-ара конкурс-фестивале (Сәмәрҡәнд, 1998) лауреаты. Өфөлә “Бахор” дәүләт һәм бейеү ансамбле (1966), Хәмзә ис. дәүләт акад. драма театры (1967), “Ёш гвардия” Үзбәк драма театры (1981), М.Горький ис. акад. урыҫ драма театры (1985), А.Кахар ис. Респ. сатира театры (1989) һ.б. гастролдәрҙә була. Рәссамдар К.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Ғ.Ш.Имашева һ.б. эштәре Ү. ҡуйылған. Ташкентта Ә.Вәлиди ис. башҡ. милли-мәҙәни үҙәге эшләй (1992 й. алып), урамдарҙың береһе Ә.Вәлиди исемен йөрөтә (ҡара: Ә.Ә.Вәлидов). БР‑ҙа 7945 үзбәк йәшәй (2010); 2003 й. башлап “Дустлик” үзбәк милли-мәҙәни үҙәге булған (ҡара: Милли-мәҙәни берекмәләр), 2012 й. алып “Үзбәкстан һәм Башҡортостан халыҡтары дуслығы мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы эшләй. Ү. тыуып үҫкән М.Р.Батырова, Р.Б.Вәлитов, Р.С.Вәхитов, У.М.Джемилев, Х.Ә. Ишбулдин, Ф.Х.Камилов, Ю.Б.Монаков, Р.Т.Нәсибуллин, И.С.Романов, В.Т.Рәхимова һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.03.2024