Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨТӘ ДОНЪЯ УНИВЕРСИАДАҺЫ

Просмотров: 1420

БӨТӘ ДОНЪЯ УНИВЕРСИАДАҺЫ, студенттарҙың халыҡ-ара спорт ярыштары. Ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Беренсе Халыҡ-ара университет уйындары 1923 й. Парижда Студенттарҙың халыҡ-ара конфедерацияһы яҡлауы аҫтында уҙғарыла; Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле туҡтатыла. 1947 й. уйындар Прагала Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале сиктәрендә Халыҡ-ара студенттар союзы етәкс. үткәрелә. 1948 й. Халыҡ-ара университет спорты федерацияһы ойошторола, ул 1949 й. алып Халыҡ-ара университет спорты аҙналыҡтары үткәрә. Тәүге йәйге Б.д.у. Италияла (Туринҡ., 1959), ҡышҡыһы — Францияла (Шамони ҡ., 1960) үтә. Б.д.у. эмблемаһы — төрлө төҫтәге биш йондоҙ (биш континентты символлаштыра) уртаһында “U” хәрефе, девизы — “Фән—Спорт—Дуҫлыҡ—Тыныслыҡ”, гимны — “Gaudeamus Igitur”. Б.д.у. С.А.Бушмелёв, Д.В.Васильев, А.А.Емелин, Ә.К.Ибраһимов, О.Г.Королёва, А.Н.Кривошеев, Т.Р.Лебедева, С.Е.Масленников, П.И.Муслимов, А.А.Самохвалова, Е.В.Сафарова, А.В.Семак, Р.Р.Хәйҙәров, Ф.Е.Шульман, В.Р.Әйүпов һ.б. юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. 1989 й. һәм 1991 й. Б.д.у. шайбалы хоккей б‑са СССР студенттар йыйылма командаһы тренеры С.М.Михалёв була.

А.А.Сухогузов

Тәрж. Г.Ғ.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.10.2022
Связанные темы рубрикатора: