Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ҠАРАШИҘЕ, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 727

ИҪКЕ ҠАРАШИҘЕ, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 259 кеше; 1920 — 112; 1939 — 142; 1959 — 176; 1989 — 87; 2002 — 160; 2010 — 132 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. алып Ҡарашиҙе исеме м‑н билдәле. 1794 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултырған. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 12 йортта 48 кеше йәшәгән, 1865 й. 29 йортта — 155 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Ҡарашиҙе бүлендек ауылы (хәҙ. Өфө р‑нында) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. З.Ғ.Булашев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019