Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПИРИДОНОВА Мария Александровна

Просмотров: 796

СПИРИДОНОВА Мария Александровна (16.10.1884, Тамбов ҡ. — 11.9.1941, Орёл ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1905 й. алып Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. 1906—17 йй. каторгала. Һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы етәкселәренең береһе. Советтарҙың 2‑се Бөтә Рәсәй съезында Бөтә Рәсәй ҮБК рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. 1918 й. 6 июлендә Мәскәүҙә булған һул эсерҙар фетнәһен ойоштороусыларҙың береһе. Бер нисә тапҡыр һаҡ аҫтында тотолған. 1921 й. И.З.Штейнберг һәм И.Д.Баккалдың яуаплылығы аҫтында иреккә сығарыла. 1923 й. башлап Калуга, Сәмәрҡәнд, Ташкент, Мәскәү, Ялта ҡҡ., 1931 й. ғин. — Өфөлә һөргөндә (ҡара: Сәйәси һөргөн) була. СССР Дәүләт банкыһының Башҡ‑н контораһында эшләгән. 1937 й. репрессиялана, атыла. 1990 й., 1992 й. аҡлана.

Ә ҫ ә р ҙ.: Из воспоминаний о Нерчинской каторге. М., 1926.

Әҙәб.: Г у с е в К.В. Эсеровская богородица. М., 1992; М о р д в и н ц е в Г.В. Распятая жертва на кресте //Трудный путь к правде. Уфа, 1997.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019