Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ МАСҠАРЫ, Балаҡатай р-нындағы ауыл

Просмотров: 737

ИҪКЕ МАСҠАРЫ, Әңгәсәк, Балаҡатай р-нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 47 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 421 кеше; 1939 — 484; 1959 — 331; 1989 — 136; 2002 — 145; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Билән урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Бала‑Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Масҡары исеме м‑н нигеҙ һала, 1776 й. билдәле. 1865 й. 37 йортта 250 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 19 б. 1‑се ярт. Яңы Масҡары бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: