Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ОТРАДА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 685

ИҪКЕ ОТРАДА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Отрада а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К. табан 25 км алыҫлыҡта Ҡуяныш й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) тамағында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1271 кеше; 1920 — 1626; 1939 — 1288; 1959 — 549; 1989 — 579; 2002 — 569; 2010 — 529 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Ырымбур өйәҙендә Тамбов һәм Рязань губ. күсеп килеүселәр Отрада исеме м‑н нигеҙ һала. 1891 й. 192 йортта 541 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, мәктәп булған. 1900 й. ш. уҡ 2 һыу тирмәне теркәлгән. 20‑се йй. Яңы Отрада утары барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: