ИҪКЕ АЛЕКСАНДРОВКА, ауыл, Өфө эсендә
ИҪКЕ АЛЕКСАНДРОВКА, ауыл, 1983 й. алып Өфө эсендә.
Ауылға Өфө өйәҙендә Аничковтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1786 й. Аничков исеме м‑н билдәле. 1792 й. алып А.А.Пеутлингтыҡы була. 1865 й. Аничков (Александров) булараҡ теркәлгән, 51 йортта 363 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, тәгәрмәс һәм туғын яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып И.А. булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 й. — 680 кеше; 1920 — 758; 1939 — 572; 1959 — 738 кеше. 1983 й. Өфө р‑ны Черкассы а/с ҡараған, хәҙ. Өфөнөң Орджоникидзе р‑ны терр‑яһы.
З.И.Гудкова
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов