Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УФА", журнал

Просмотров: 1344

“УФА” (“Өфө”), ижт. сәйәси журнал. Ойоштороусыһы — Өфө ҡ. ҡала округы хакимиәте. 2001 й. дек. алып Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 5 мең дана (2013). Журналда баш ҡаланың иҡт., сәйәси һәм мәҙәни тормошо яҡтыртыла, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, эшҡыуарлыҡ һ.б. темаларға мәҡәләләр баҫыла. Рубрикалары: “Өфө шәжәрәһе”, “Риүәйәт һаман хәтерҙә”, “Арзан булмаған эш”, “Ҡара йәшник”, “Өфөлөләр” һ.б. Өфө тарихы б‑са журналда баҫылған мәғлүмәттәр нигеҙендә “Өфө шәжәрәһе” (“Родословная Уфы”; 2004) китабы төҙөлгән. Баш мөхәррире — Г.Ғ.Ишмөхәмәтова (2001 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019