Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАРИКОВ Агафон Герасимович

Просмотров: 498

СТАРИКОВ Агафон Герасимович, Өфө провинцияһының дәүләт крәҫтиәндәренән Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. Өфө провинцияһының Мәнеү а. дәүләт крәҫтиәндәренән. Комиссияға ер мәсьәләһе б‑са ялыуҙар м‑н наказ тапшырған. Чиновниктарҙың крәҫтиәндәргә ҡарата ғәҙел эш итмәүенә ҡаршы сығыш яһаған, енәйәт ҡылған өсөн яуаптан ҡасып, православие динен ҡабул иткән яңы суҡындырылғандарҙы енәйәт яуабынан азат итеүҙе сикләргә тәҡдим иткән. Депутаттарҙың крәҫтиәндәргә сауҙа хоҡуғы биреү тәҡдимен хуплаған. 1768 й. июлендә депутатлыҡ вәкәләттәрен Ҡоро ер шляхта кадет корпусы ҡаҙнасыһы А.А. Беклешовҡа тапшыра, уның үлеменән һуң 1769 й. яңынан депутат итеп тәғәйенләнә. Ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн 1775 й. депутат дәрәжәһенән мәхрүм ителеп, Азов губ. Таганрог ҡ. каторга эштәренә оҙатыла.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019