СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ АКАДЕМИЯҺЫ
СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ АКАДЕМИЯҺЫ. 1940 й. Стәрлетамаҡ башҡ. пед. уч‑щеһы базаһында Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑ты булараҡ асыла, 1954 й. алып пед. ин‑ты, 2004 й. пед. акад., 2008 й. З.А.Биишева исеме бирелә, 2012 й. башлап Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы. Академия составына 5 ф‑т (башҡ. филол., тарих, технология һәм эшҡыуарлыҡ, филол., иҡт. һәм идара итеү), өҫтәмә пед. профессиялар ф‑ты; Педагогика һәм психология, Математика һәм тәбиғәт фәндәре ин‑ттары (икеһе лә — 2009 й. нигеҙләнгән); ғилми тикшеренеүҙәр, мәғлүмәт технологиялары, соц.‑психология, карьера һәм студенттарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәктәре; нәшриәт, инновациялы уҡыу технологиялары бүлектәре; 9 ғилми‑тикшеренеү лаб. (БР ФА‑ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин‑ты м‑н берлектә) инә. Китапханаһы, археология музейы, 2 спорт, тренажёр, аэробика, бокс һәм көрәш, гер спорты залдары, стадионы, 2 спорт комплексы, 2 саңғы базаһы, “Сосновка” спорт‑һауыҡтырыу базаһы һ.б. бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 4 йүнәлеш һәм 26 һөнәр б‑са алып барыла. 17 һөнәр б‑са аспирантура, Бөрө соц.-гуманитар акад. м‑н берлектә кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау б‑са совет эшләй. Уҡытыусылар араһында 32 фән д‑ры һәм 228 фән канд. (2009). 2004 й. алып акад. хеҙм‑рҙәре тарафынан уйлап табыуҙарға 15‑тән ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алынған. 35 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. АҠШ, Ҡытай, Һиндостан ун‑ттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Академияла йыл һайын 100‑ҙән ашыу дәреслек, монография, уҡыу әсбабы нәшер ителә; башҡ., татар һәм сыуаш телдәрендәге ҡушымталары м‑н “Призвание” (“Булмыш”) гәз. сығарыла. Дир.: С.Г.Думаев (1940 й. алып), М.Х.Сафиуллин (1949 й. алып), Н.Г.Тимашев (1950 й. алып); ректорҙары: Х.Б.Кинйәбулатов (1954 й. алып), С.Р.Әлибаев (1956 й. алып), Т.Ғ.Солтанғужин (1959 й. алып), И.И.Насиров (1963 й. алып), Р.В.Әлмөхәмәтов (1976 й. алып), М.Г.Хәмиҙуллин (1989 й. алып), Х.Х.Баймырҙин (2006 й. алып). Педагогика һәм психология ин‑ты бинаһы (Комсомол урамы, 67; 1914 й. төҙөлгән) архитектура ҡомартҡыһы булып тора, унда И.М.Бережнойға, В.П.Ферапонтовҡа, Н.А.Черныхҡа һәм Б.В. һуғышы йылдарында дислокацияланған Рига хәрби пехота училищеһына арналған 2 мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Х.Х.Баймырҙин
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина